Себер йәки башҡа өлкәләрҙә вахта менән эшләгән яҡташтарыбыҙҙың төрлө күңелһеҙ хәлдәргә тарыуы хаҡында йыш хәбәр итергә тура килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләнең башында әлеге лә бер проблема - эскелек ғәйепле булып сыға. Был юлы ла 58 йәшлек эскән ир Нижневартовскиҙа кафела тамаҡ ялғап алғандан һуң ҙур күләмдә аҡсаһынан урлата.
"КП-Югра" матбуғат баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Нижневартовскиҙағы кафеларҙың береһенә беҙҙең яҡташыбыҙ киске ашҡа үҙаллы түләй алмай, ярҙам һорап официанткаға смартфонын биреп, иҫәпләшеүен үтенә. Сос һәм йылғыр ҡатын шунда уҡ эштең ниҙә икәнен аңлап, клиент янынан бер аҙ ситкә китеп, телефондан кәрәкле сумманы күсереп тә ҡуя. Кафенан ҡайтышлай ир телефонының ҡушымтаһын ҡарап, һаҡлыҡ банкы иҫәбендәге 108 мең аҡсаның юҡҡа сығыуын аңғара. Вахтасы кире кафеға килә, хәлде аңлатыуҙарын үтенә, әммә уға юғалған аҡсаларҙы ҡайтарырға теләүсе табылмай. Артабан ир полиция бүлегенә барып аҡсаһының юғалыуы хаҡында ғариза яҙа.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала бурҙың эҙенә төшә, ул ысынлап та кафела эшләгән официантка булып сыға, ҡыҙ тулыһынса үҙ ғәйебен таный. Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Күренеүенсә, был юлы күңелһеҙ хәл ниндәйҙер кимәлдә уңышлы тамамлана, әммә күп осраҡта уның киреһе килеп сығыуы ла ихтимал. Шуға күрә ситтә эшләгән ир-егеттәргә вахта менән эштән ҡайтҡанда, эшкә барғанда спиртлы эсемлектәр ҡулланмағыҙ, тип йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ. Өйҙә һеҙҙе ҡатынығыҙ, балаларығыҙ көтөүен онотмаһағыҙ ине.
Фото:news.mail.ru