Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2022, 11:30

“Рәсәйҙә эш” порталында Башҡортостандың 13 мең эш биреүсеһе теркәлгән

Бындай мониторинг эшһеҙлекте иҫкәртеү өсөн бик мөһим.

“Рәсәйҙә эш” порталында Башҡортостандың 13 мең эш биреүсеһе теркәлгән
“Рәсәйҙә эш” порталында Башҡортостандың 13 мең эш биреүсеһе теркәлгән

2022 йылдың 24 февраленә Башҡортостандың 13 мең эш биреүсеһе "Рәсәйҙә эш" https://trudvsem.ru/employer  берҙәм һанлы платформаһына хеҙмәткәрҙәрҙең һаны тураһында мәғлүмәт биргән, был республика биләмәһендә теркәлгән ойошмаларҙың 17 проценты.

“Рәсәй Президенты Владимир Путиның “май” указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) сиктәрендә, хеҙмәт баҙарындағы хәлде контролдә тотоу маҡсатында, Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт тарафынан эш биреүселәргә “Рәсәйҙә эш” порталында мәғлүмәттәрҙе дистанцион биреү мөмкинлеге булдырылған. Ә ғинуар айынан эш биреүселәр отчетты ике яңы форма буйынса әҙерләргә бурыслы, унда ликвидацияланыу, етештереүҙе туҡтатыу, штатты ҡыҫҡартыу, тулы булмаған эш көнө, ойошманың дистанцион эшкә күсеүе тураһында мәғлүмәттәр ҙә инә”, - тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Шулай, 24 февралгә ҡарата “Тулы булмаған эш көнө, етештереүҙе туҡтатыу, ойошманың дистанцион эшкә күсеүе тураһында мәғлүмәттәр” буйынса - 3,8 мең, эш урындарының ҡыҫҡартылыуы тураһына 3,9 мең эш биреүсе яңы формалағы отчет ебәргән.

Министр фекеренсә, бындай мониторинг эшһеҙлекте иҫкәртеү өсөн бик мөһим. Эш биреүсе ликвидацияланыу йәки эш урындарының ҡыҫҡартылыуы тураһында мәғлүмәтте ваҡытында еткерһә, эшһеҙ ҡалғандарҙы хеҙмәт урыны менән тәьмин итеүҙе алдан хәстәрләргә буласаҡ.

Мониторингҡа республиканың бар эш биреүселәрен йәлеп итеү бурысы ҡуйыла.

Фото: zt116.ru

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: