Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2022, 21:30

Азат Бадранов: “Һәр йәһәттән аңлашыу бар”

"Урынға барып халыҡ менән аралашыу практикаһын дауам итәсәкмен”.

Вице-премьер Азат Бадранов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ишембай умартасыларына ҡағылышлыҡ яҙма ҡалдырҙы.

“Ишембай умартасылары буйынса төп мәсьәләләрҙең барыһын да билдәләнек, урындағы умартасыларҙы үҫтереү, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, башҡорт бал ҡорттары популяцияһын һаҡлап ҡалыу йәһәтенән аңлашыу бар.

Беренсенән, ауылдар тирәләй участкалар буйынса бөтә яҡтар ҙа ҡараштарға үҙгәреш итдерергә әҙер булыуҙарын белдерҙе. Урындағы умартасылар менән һөйләшеп килешкән осраҡта, инвестиция проекты локацияһы үҙгәртеләсәк. Шәмбеләге осрашыу үҙ-ара конструктив бәйләнеш булыуын күрһәтте.

Икенсенән, Маҡар ауыл Советында урындағы умартасыларҙан кооператив төҙөү юлы менән башҡорт бал ҡорттарын үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ хужалығы ойошторола.

Өсөнсөнән, башҡорт бал ҡорттары популяцияһына инвестиция проекты түгел, “күсмә умарталыҡтар” ҙур зыян килтерә. Йәй көндәрендә яҡын-тирәләге ҡалаларҙан эшҡыуарҙар төрлө тоҡомло бал ҡорттары менән умарталарын ошо яҡтарға урынлаштыра. Әле иһә ошондай умарталыҡтарҙы сикләү буйынса сара күрергә һөйләшеп килештек.

Дүртенсенән, республика умартасыларының күпселеге ситтән килтерелгән бал ҡорттарын файҙалана. Күстәрҙе Урта Азиянан һәм Рәсәйҙең көньяғынан алып киләләр. Проблема күп һанлы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа. Ошоға бәйле сәнәғәт һәм традицион умартасылыҡ өсөн республика биләмәһен районлаштырыу бындай сараларҙың береһе буласаҡ.

Бишенсенән һәм алтынсынан, баҫыуҙарға сәсеү, урман хужалығы һәм башҡа байтаҡ мәсьәлә тикшерелде, һәр йәһәттән аңлашыу, ҡарарҙар бар.

Әйтергә кәрәк, инвестиция проекты беҙҙең республика өсөн генә түгел, бөтә ил өсөн үҙенсәлекле. Рәсәй балды сәнәғәти күләмдә экспортҡа сығармай. Шуға күрә юғары килемле умарталыҡтар, бал тултырыу буйынса фабрикалар, Европалағы сифат стандарттары буйынса лабораториялар ойоштороу инвесторҙың ғына түгел, республикалағы барлыҡ умартасыларҙың конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырасаҡ, сөнки сит илгә ул башҡорт балы бренды менән сығарыласаҡ.

Дөйөм алғанда, ошо хәл-ваҡиғалар үҙ-ара һөйләшеүҙең мөһимлеген сағылдыра, шул саҡта бөтә мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин. “Һары” киң мәғлүмәт сараларының нәфрәт тыуҙырырға, хәлде сәйәсиләштерергә, ҡотҡо таратырға маташыуына ҡарамаҫтан, урынға барып халыҡ менән аралашыу практикаһын дауам итәсәкмен”, – тип яҙған Азат Бадранов.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА.

Фото: видеонан скриншот.
Сығанаҡ: vk.com/wall140293852_3436

Читайте нас: