Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2022, 19:15

Соҡорҙар менән көрәш башланды

Яҙ етеү менән хәл итергә кәрәк мәсьәләләр арта. Улар араһында юлдарҙы соҡор-саҡырҙан ремонтлау ҙа бар.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә юлдарҙы йүнәтеү темаһына һөйләшеү булды. Доклад менән транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев сығыш яһаны.

Уның белдереүенсә, Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге 13545,1 километр автомобиль юлдары бар, уларҙың 8898, 219 километрына асфальт япмаһы түшәлгән. Министр һүҙҙәре буйынса, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ундағы соҡорҙар йыл әйләнәһенә ремонтлана. Шул иҫәптән ҡышҡыһын да, был саҡта һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы файҙаланыла.

– Быйыл, 2022 йылдың 1 ғинуарынан 28 февраленә тиклем, төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында һыуыҡ асфальт-бетон ҡатнашмаһы менән асыҡланған 222 метр юл япмаһы етешһеҙлектәренең 169 квадрат метры ремонтланған. Сағыштырыу өсөн, 2021 йылдың ошо уҡ осоронда 114 квадрат метр авариялы соҡор ямалған. Подряд ойошмаларының автомобиль юлдарында асфальт-бетон япмаһының етешһеҙлектәрен асыҡлау факттарын тикшереүе дауам итә, – тине ул.

Бөгөн “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте филиалдарында 1 321 тонна һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы бар. Ошо ҡатнашма күләме ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаларын сығарыу буйынса асфальт-бетон заводтарын сафҡа индергәнгә тиклем соҡорҙарҙы ямау эштәрен башҡарыуға етергә тейеш. “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте мәғлүмәттәре буйынса, даими ыңғай температура теркәлгән осраҡта, график буйынса был заводтарҙы асыу 1 апрелгә билдәләнгән.

Шул уҡ ваҡытта ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһы менән ремонтҡа әҙерлек бара. 
2022 йылда соҡорҙарҙы ямау эштәрен башҡарыуға әҙерлек барышында “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте подрядсы ойошмаһы түбәндәге сараларҙы башҡарған:

- 477,8 мең тонна төрлө фракцияларҙан ҡырсынташ һәм 4,0 мең тонна битум әҙерләнгән,

- “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте филиалдары сүкеш һәм вибрация плитәләре менән тулы күләмдә тәьмин ителгән,

- Бәләкәй габаритлы тракторҙар 55 дана аҫмалы фрезер ҡулайламалары менән йыһазландырыла.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Юл хужалығы идаралығы соҡорҙарҙы ямау өсөн кәрәкле ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаларын әҙерләүсе составтарҙы һәм рецептарҙы яраштырыу буйынса эште дауам итә. Килешеүҙәрҙе тамамлау 1 апрелгә тиклем билдәләнгән.
Шулай уҡ төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарында япманың етешһеҙлектәрен бөтөрөү буйынса байтаҡ эштәрҙе “MADPATCHER” махсус машиналары башҡара. “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтендә бындай 16 берәмек техника бар. Был ҡорамалды ҡулланыу менән эштәрҙе 2022 йылдың 15 апреленән башлау күҙаллана. Эштәр яҙғы-көҙгө миҙгел дауамында алып барыласаҡ.

Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Автор: Әлфиә Миңғәлиева.

Читайте нас: