Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2022, 10:45

Ығы-зығыға бирелмәйек!

Башҡортостанда санкциялар арҡаһында аҙыҡ-түлек менән өҙөклөктәр булырмы? Тәү сиратта кәрәкле тауарҙар һатып алырға ваҡытмы?

Ығы-зығыға бирелмәйек!
Ығы-зығыға бирелмәйек!

Башҡортостанда санкциялар арҡаһында аҙыҡ-түлек менән өҙөклөктәр булырмы? Тәү сиратта кәрәкле тауарҙар һатып алырға ваҡытмы? Юҡ, тикшерелмәгән имеш-мимештәргә һәм интернеттағы ялған хәбәрҙәргә ышанмағыҙ!

Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, республиканың сауҙа селтәрҙәрендә тауар запастары – етерлек. Хәл – тотороҡло, дефицит – юҡ һәм көтөлмәй.

Федераль һәм төбәк сауҙа селтәрҙәренең бүлеү үҙәктәре штат режимында эшләй. Көнкүреш техникаһы магазиндарында ла ажиотаж юҡ.

Башҡортостан үҙебеҙҙә етештерелгән төп аҙыҡ-түлек продукттары менән тәьмин ителгән, ә был продукттар өсөн сеймал запасы – ярты йыл алға. Бөтә аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары штат режимында эшләй.

Климат шарттары арҡаһында үҙебеҙ үҫтермәгән продукттар ғына импортҡа мохтаж. Ҡалғаны – артығы менән бар. Хатта былтыр, үтә ҡоро йылда ла республика аграрийҙары 2,2 миллион тонна иген етештергән – төбәк ихтыяжы өсөн был етә.

 

Фото: riakursk.ru 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: