Рәсәй Хөкүмәтендәге һәм Үҙәк банктағы шау-шыулы отставкалар тураһындағы имеш-мимеш сираттағы ялған хәбәр булып сыҡты.
Ҡайһы бер телеграм-каналдар, Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов һәм Рәсәй Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина Владимир Путиндан үҙҙәрен отставкаға ебәреүҙе һораған, имеш, тигән хәбәр таратты. Был мәғлүмәт сираттағы фейк булып сыҡты.
Асылда иһә, төп вазифаларҙағы кешеләрҙе отставкаға ебәреү тураһындағы хәбәр Украина сығанаҡтарында даими донъя күрә.
Силуанов менән Нәбиуллинаның отставкаһы тураһындағы “инсайдер мәғлүмәттәре” 27 февралдән таратыла, шул уҡ ваҡытта 28 февралдә уларҙың икеһе лә Рәсәй Президентының иҡтисади мәсьәләләр буйынса кәңәшмәһендә ҡатнашҡан, тип белдерә войнасфейками.рф порталы.
Хәҙер финанс министрын да, Рәсәй Үҙәк банкы рәйесен дә бер үк ваҡытта алмаштырыу уйланылмаған ҡарар булыр ине. Әле Силуанов та, Нәбиуллина ла иҡтисади көн тәртибенә башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ йәлеп ителгән һәм иҡтисадты тотороҡландырыу өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул итә. Улар ысынлап та отставкаға киткән осраҡта, был турала тәү сиратта Рәсәйҙең дәүләт рәсми мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итер ине.
Фото: "Башинформ".