Фото төшөрөргә яратыусылар конкурста ҡатнаша ала, тип ишеткәйнем. Ошо хаҡта яҙмаҫһығыҙмы икән?
Ф. Хәкимова.
– Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса бүлексәһе “Минең яратҡан ҡалам” документаль һәм художестволы фотографиялар конкурсын үткәрә. Һүҙ был хаҡта баралыр, моғайын.
Ошондай эштәре аша өфөләр үҙ ҡалаһын, ундағы тормошто нисек күреүен – йорт һәм ғаиләне, парктарҙы, скверҙарҙы, урамдарҙы, билдәле урындарҙы күрһәтә ала.
Конкурста, йәшенә ҡарамай, һәр кем, шул иҫәптән ижади коллективтар ҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Эштәр 2022 йылдың 1 июненә тиклем ҡабул ителә.
Конкурс ошо номинациялар буйынса үткәрелә:
“Өфөнөң архитектура һәйкәлдәре”;
“Өфө ҡош осошо бейеклегенән”;
“Күп йөҙлө Өфө”;
“Барыһы ла туған ҡалам тураһында”.
Баш ҡаланың заманса сағылышын һәм актуаллекте һаҡлау өсөн фотолар 2020 йылдан ҡалмай төшөрөлгән булырға тейеш. Сараға йомғаҡ быйыл август-сентябрҙә яһаласаҡ. Еңеүселәр күргәҙмәһе Өфө ҡалаһы тарихы музейында ойоштороласаҡ.
Айһылыу НИЗАМОВА