Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2022, 09:08

Күңелдәре лә, эштәре лә матур

Хеҙмәттә сыныҡҡан кешеләр төбәгендә.

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы Фёдоровка ауыл биләмәһенә ҡарай. Ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедева белдереүенсә, әбүбәкерҙәр берҙәм, татыу һәм дәртле булыуы менән айырылып тора. Улар яҙ һәм көҙөн даими өмәләр яһап, ауылды төҙөкләндереүгә, уның тирә-яғын таҙа тотоуға күп көс һала.

Маҡсаттары аныҡ

 

– Йыл һайын ауыл халҡы, “Урын­дағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында әүҙем ҡатнашып, үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы хәл итеүгә өлөш индерә. Быйыл улар ауыл зыяраттарын кәртәләү, төҙөк­ләндереү проектын тәҡдим итте. Ул еңеп сыҡһа, яҙҙан уны тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыласаҡ. Шулай уҡ Әбүбәкер ауылы республикала иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Улар былтыр ҙа республика кимәленә сығып, призер булды, шуға күрә ошо йүнәлештә тәжрибәләре бар, маҡсаттары аныҡ һәм, иң мөһиме, теләктәре көслө һәм уларҙың еңеп сығыуына ышаныс ҙур, – ти Наталья Лебедева.

Ауыл тарихына күҙ һалғанда, есаул Әбүбәкер Хоҙайназаров ошо төбәктәге йәйләүендә ауылға нигеҙ һалырға рөхсәт ала. Ғәбделмөьмин һәм Ғәбделхәким тигән уландары, отставкалағы Ҡалмағол (сотник) исемле ҡустыһының бала-сағаһы һәм башҡа туғандары менән яңы ауылда төпләнә. Батша есаул булып йөрөгән Әбүбәкергә оҙаҡ хеҙмәт иткәне өсөн Орск эргәһендәге Нурбулатта батшаға Ташлы буйынан ер биргән.

Ауылға артабан күрше ауылдарҙан Билаловтар, Сынбулатовтар, Аҡназа­ровтар күсеп килә һәм ауылдың төп фамилияларын тәшкил итә. Бөгөн Әбүбәкерҙә иң күп таралған фамилия­ларҙың береһе – Билаловтар. Шәжәрә тамырҙарын юллағанда, күбеһенең бер-береһенә ҡәрҙәш түгеллеге лә асыҡлана.

1859 йылғы X рәүиз яҙмаларына ярашлы, Әбүбәкер Ырымбур губер­наһы Ырымбур өйәҙе 4-се башҡорт кантоны 4-се Үҫәргән йортоноң Хәйбулла ауылы йәмәғәт ойошмаһына беркетелгән булған. Унда 26 хужалыҡта 190 кеше көн иткән. 1859 йылда 1-се һан менән Фәтхулла Әбүшахман улы Хоҙайназаров яҙылған (аҙаҡ улар Назаров ҡына булып киткән).

Артабан ауыл үҫешә башлай, 1866 йылда – 28 хужалыҡта 179 кеше, 1889 йылда – 36 хужалыҡта 278 кеше, 1917 йылда – 75 йортта 437 кеше, 1989 йылда 133 йортта 598 кеше йәшәй.

Хәйретдин Сынбулатов районда беренсе булып Ленин ордены менән бүләкләнә.

Бөгөн ауылда 150 хужалыҡта бөтәһе 635 кеше теркәлгән, шуларҙың 350-гә яҡыны ауылда йәшәй. Урта мәктәп, “Сулпылар” балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике шәхси магазин, Линар Әбүбәкеров менән Яҙгөл Байрамғолованың крәҫтиән (фермер) хужалығы, мәсет һәм күп функциялы мәҙәниәт йорто бар.

 

Мәҙәниәт усағы гөрләй

 

Күп ауылдарҙа мәҙәниәт йорттары бикле йә иһә һүнеп ҡалһа, Әбүбәкер күп функциялы мәҙәниәт йортонда тормош ҡайнап тора. Әлбиттә, барлыҡ саралар коронавирус пандемияһы шарттарында “Роспотребнадзор”ҙың талаптарын теүәл үтәп ойошторола. Ауыл менән танышыуҙы ла мәҙәниәт йортонан башланыҡ. Беҙҙе ауыл оҫталарының ҡул эштәренән торған бай күргәҙмә ҡаршыланы, “Ташлы буйы ынйылары” халыҡ фольклор һәм “Бүләк” йыр һәм бейеү ансамбл­дәренең дәртле йыр-моңо хайран ҡалдырҙы.

Әбүбәкер ауыл клубы 1975 йылда төҙөлә, 2012 йылда үҙгәртеп ҡоролоп, 2015 йылда күп функциялы мәҙәниәт йорто тип атала башлай. Бинала моделле китапхана, музей, тренажер залы, фитобар, балалар бүлмәһе, дискотека, 150 урынлыҡ тамаша залы бар.

Мәҙәниәт йорто етәкселеге вазифа­һына тәғәйенләнеүенә күп ваҡыт үтмәһә лә, Оксана Билалова эште яҡшы белә. Коллективта бөтәһе ете хеҙмәткәр эшләй. Улар һигеҙ ансамбль ойошторған. Барыһына ла ауыл халҡы ҙур теләк менән йөрөй.

Алдан әйтеүемсә, был ауыл халҡы йыр-моңға маһир. Онотолоп барған башҡорт милли йолаларын һәм кәсептәрен һаҡлап ҡалыусы ғына түгел, уларҙы тергеҙеүсе булараҡ та киң танылған. Йәш быуында сәнғәткә, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә һәм халҡыбыҙҙың электән килгән ҡул эштәренә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә элек-электән өләсәйҙәр мәктәбе уңышлы эшләгән. Улар матурлыҡты һәм уңғанлыҡты данлаған әкиәттәр һөйләп, тормош күренештәре аша кескәй баланың күңеленә изгелек орлоҡтары сәскән. Бөгөн дә ошо ролде ауыл ерендә йәшәгән апай-инәйҙәр йөрөгән ансамблдәр атҡара тиһәм, һис тә яңылыш булмаҫ.

Шундайҙарҙың береһе – “Ташлы буйы ынйылары” халыҡ фольклор ансамбленә Гүзилә Әбүбәкерова етәкселек итә. Әйткәндәй, уны Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәрифә Билалова боронғо башҡорт йолаларын тергеҙеү маҡсатында ойошторған. Артабан ансамбль менән Зилә Сынбулатова эшләй, 2015 йылдан Гүзилә Рамазан ҡыҙы шөғөлләнә.

– Ансамблдең төп йүнәлеше – башҡорт халҡының йолаларын тергеҙеү, уларҙы сәхнәләштереү, йәш быуынға тапшырыу, – тине уның етәксеһе Гүзилә Әбүбәкерова. – Һалдаттарҙы әрмегә оҙатыу йолаһы нигеҙендә “Аҡ юл һеҙгә, ил һаҡсылары!” тигән бик матур сара үткәрҙек. Артабан “Бәпес күреү”, “Сабыйға исем ҡушыу”, “Килен һөйөү”, “Кис ултырыу” кеүек йолаларҙы сәхнәләштереп, халыҡҡа күрһәттек. Балалар баҡсаһы һәм мәктәп коллективы менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ.

 

Ир-егеттәргә хас шөғөлдәр тергеҙелә

 

Ысынлап та, ауылда бер аҙ онотола барған ир-егет кәсептәренең тергеҙелә барыуына ла шаһит булдыҡ. Мәҫәлән, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, оҫта ҡуллы Әғзәм Зәкиров Рәсәйҙә иғлан ителгән “Халыҡ сәнғәтҽ һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ йылы”на ярашлы, ауыл ир-егеттәренә арҡан ишеү, йүгән, ҡамсы һәм сыбыртҡы үреү серҙәрен өйрәтеп, оҫталыҡ дәресе күрһәткән. Әғзәм Рафаэль улы беҙҙең менән дә арҡан ишеү серҙәрен ихлас уртаҡлашты.

– Мин был шөғөлгә атайымдан өйрәндем. Беҙҙең ғаиләлә – биш малай һәм бер ҡыҙ. Ағай-ҡустыла­рымдың барыһы ла ҡул эштәренә оҫта. Арҡан ишеү өсөн ныҡлы бауҙы кибеттән һайлап йөрөп алырға мөмкин, ә бына уны ишеү ғәмәле бер аҙ оҫталыҡ талап итә. Ҡамсыны ҡыҙҙарҙың сәсен үргән кеүек үрәбеҙ ҙә аҙаҡ ошолай итеп нығытып ҡуябыҙ, – тип күрһәтеп, аңлатып эш барышы менән таныштырҙы ул.

Заказсыларға егет йүгән, ҡамсы һәм сыбыртҡы үреп бирә. Хаҡы ла ҡыйбат түгел, яҡынса 500–600 һум тирәһе. Ат тотоусылар һәм көтөүселәр күберәк сыбыртҡы менән ҡамсыға заказ бирә, тине әңгәмәсем.

Ә бына Ильяс Ҡәйепов ағастан юнып, йышып, семәрләп төрлө әйберҙәр эшләү менән мауыға. Күптәргә тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән төрлө түмәр йәки ағас ботаҡтарын урмандан алып ҡайта һәм үҙенең оҫта ҡулдары менән уларҙан ысын мөғжизә тыуҙыра. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, ул шулай уҡ төбәктә оҫта быймасы булараҡ та киң танылған.

– Быйма баҫыу минең күңелдә бала саҡтан йөрөнө, – тип һүҙ башланы Ильяс Сәғәҙей улы. – Хәтерләһәгеҙ, элегерәк ауылдарҙа быйма баҫыусылар йөрөй торғайны, кемдер уларҙы аласығына индерә, һәм шунда ауыл халҡына быйма баҫалар. Беҙҙең күрше Атингән ауылында ла бар ине быйма баҫыусылар. Мин улар янына барырға яраттым, нисектер был шөғөл баштан күңелемә оҡшаны. Аҡрынлап эштең барышын, нимә артынан ни эшләргә икәнлеген күңелемә һала барҙым. “Миңә лә өйрәтегеҙ” тигән үтенесемә улар ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы. Әрменән ҡайтҡас, был шөғөлгә ныҡлап тотондом. Тәүге быймам икеһе ике төрлө килбәтһеҙ генә килеп сыҡты. Шулай ҙа быйма һыны килтереп сыға алыуыма шатландым, артабан үҙем баҫҡан бер нисә быймам маҡтанырлыҡ булмаһа ла, уларҙы күршеләремә бүләк иттем. Көн һайын күреп йөрөйөм, үҙҙәре лә әйтә: “Был ерен шулайыраҡ итергә кәрәк булған”, “Был яғы ҡыйышыраҡ”, “Быныһы ултырҙы” һәм башҡа шундай фекерҙәрҙе ишетеп, үҙемсә һығымта яһап, эште дауам иттем. 1990 йылдарҙан ошо кәсеп менән шөғөлләнәм, әле лә теләүселәргә заказ буйынса йылы, йомшаҡ быймалар баҫып бирәм. Быйма баҫыу, мәшәҡәтле булһа ла, күңелемә бик яҡын һәм ҡәҙерле. Тик ул миҙгелле шөғөл.

Ата-бабаларҙан ҡалған боронғо шөғөлдө үҙ иткән Әбүбәкер ир-егеттәренә “афарин” тиергә генә ҡала.

 

“Бүләк” ансамбле – ауылдаштарына ҙур бүләк!

 

Ысынлап та, тап шулай. Ансамбл­дең тынғыһыҙ етәксеһе, дәртле бейеүсе, оҫта алып барыусы һәм бик күп сценарий авторы, “Бүләк” йыр һәм бейеү, “Йәшлек”, “Сулпылар”, “Ҡара юрға” ир-егеттәр вокаль коллективтары етәксеһе Әлфиҙә Ултыраҡова – ауылдың мәҙәни тормошона йәм һәм дәрт биреүселәрҙең береһе. Иҫ киткес шәп бейегән, бик дәртле бейеүҙәр ҡуйған ханымдың тормош иптәше, оҫта гармунсы һәм баянсы Ғәлийән Ултыраҡов та мәҙәниәт өлкәһендә эшләй. Балалары ла, ата-әсәһенең юлын яҡын күреп, сәнғәтте һайлаған. “Үҙем ошо ауылда тыуып үҫтем, ошо ауыл киленемен дә, шуға күрә халыҡ менән эшләү рәхәт, яртыһы – туғандарым, яртыһы – дуҫтарым”, – тип уйынлы-ысынлы әйтеп ҡуйҙы. Баҡтиһәң, “Бүләк” ансамбле ағзаларының барыһы ла Билаловалар икән.

Әйҙәгеҙ, үҙҙәре менән яҡындан танышайыҡ әле. Бына улар – Фәрзәнә, Гүзәл, Рәзилә, Гөлшат, Зөлфирә, Гөлсинә Билаловалар. Ансамбль ағзаларының иң олоһона – 66, иң кесеһенә 51 йәш тула. Ә күңелдәренең йәш, йөрәктә­ренең дәртле, ҡул­дарының оҫта булыуына ышан­маҫһығыҙ ҙа. Эйе, уларҙың һәр яҡтан маһир булыуын яҙып ҡына һүрәтләү мөмкин түгел, шәхсән үҙҙәрен күрергә, ижадтары менән яҡындан танышырға кәрәк.

Ижади коллективтың репертуарында халыҡ йырҙарынан алып ретро, эстрада, лирик йырҙарға тиклем өҫтөнлөк итә, шулай уҡ үҙҙәре сығарған таҡмаҡтар, ошо төбәккә хас йыр-бейеүҙәр ҙә урын алған. “Бүләк”тәр – ауылдың йәме генә түгел, район халҡының төрлө мәҙәни сараларҙа көтөп алған яратҡан ансамбле лә. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһалар ҙа, һәр саҡ уларҙы тамашасы көслө алҡыштар менән оҙатып, күңелдәренә бүләк алғандай ҡыуанып ҡайта.

 

Ҡорама ҡорау – күңел биҙәге

 

Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙға хас булған, борондан килгән милли шөғөлдәрҙең береһе. Ҡораманан япма, түр (буй) һәм арҡыры юрған, мендәр тышы, ултырғыс ябыуын элек-электән һәр ауылдың оҫталары эшләгән. Күҙ нурҙарын түгеп, бөтә күңел йылыһын һалып башҡарылған ҡул эштәре зауыҡлығы, матурлығы менән һоҡландыра. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Венера Бохарбаева ҡорама ҡорауға тотона.

– Мин Әбүбәкергә килен булып төшкәндә, ҡәйнәм Сәмиғә мәрхүмәнең ҡорама юрғандары иҫ киткес күп ине. Һандыҡ өҫтөндә аҡлы-суҡлы итеп һалынған юрғандарға һоҡланыуым бөгөнгөләй хәтеремдә. Шул саҡта минең дә ҡорама ҡорап ҡарау теләге барлығы килде, тәүҙәрәк йәшлек, артабан эш, донъя, бала мәшәҡәттәре менән күңел иткән шөғөлгә ҡул теймәй килде. Хаҡлы ялға сығып, балалар үҫкәс кенә, яратҡан шөғөлөмә тотондом. Хәҙер тауарҙың теләгәнен һайлап ал, үҙебеҙҙә лә кеймәгән күлдәк-кейем күп, башта шуларҙан ҡораным, аҙаҡ махсус рәүештә төҫ, тауар һайлап алып, юрғандар ҡорауға тотондом, – ти Венера Ситдыҡ ҡыҙы.

Ҡорама ҡорағанда иң мөһим талаптарҙың береһе – төҫтәрҙе дөрөҫ һайлау һәм урынлаштырыу. Улар тап килеп, бер-береһен тулыландырып торорға тейеш. Бигерәк тә ҡорамала тәбиғи төҫтәр матур яраша. Композицияны дөрөҫ төҙөгәндә генә эшләнгән әйберең матур ҙа, сағыу ҙа була. Икенсенән, туҡымаларҙың бер-береһенә тап килеүе лә мотлаҡ. Ситен бер төрлөнән тегеп, уртаһына икенсене ҡуйһаң, ул сифатлы булмаясаҡ. Ҡорама теккәндә туҡыманың күпселек өлөшө өсмөйөш, шаҡмаҡ, ромб, буй рәүешендә ҡырҡыла. Һуңғы йылдарҙа ҡорама ҡорауҙың яңы алымдары ла үҫешә. Мәҫәлән, күп ҡорамасылар хәҙер инглиз теленән ингән терминға эйәреп, “пэчворк” тип тә атай (“ямаулыҡ” һәм “эш” һүҙҙәренән). Киләсәктә Әбүбәкер ауылының ҡорама ҡорау оҫтаһы Венера Бохарбаеваның да эшендә үҙенсәлекле пэчворктар осрарына һис тә шикләнмәйбеҙ.

 

Белем усағында

 

Ауылдың иң бейек ерендә урынлашҡан белем усағын урап үтә алманыҡ. Иң тәүҙә беҙгә саңғыға баҫҡан бер төркөм уҡыусылар осраны. Баҡтиһәң, физкультура уҡытыусыһы Рөстәм Сынбулатов 7-се класс уҡыусылары менән саңғыла йөрөү өсөн ауыл ситенә сығып бара икән. Беҙ спортты яратҡан был уҡыу­сыларҙы тиҙ арала фотоға төшөрөп өлгөрҙөк.

Мәктәп директоры Нәйлә Билалова белдереүенсә, коллективта бөтәһе 9 кеше эшләй, уларҙың уртаса йәше – яҡынса 50 тирәһе. Уҡытыусыларҙың барыһы ла юғары белемле, 70 проценты юғары категорияға эйә. Был уҡыу йорто районда элек-электән уҡыусыларҙа эстетик зауыҡ тәрбиәләүе менән айырылып тора. Нәйлә Рәхимйән ҡыҙы – үҙе рәссам, шуға күрә һәр уҡыусыһы, бәләкәйҙән ҡулына ҡәләм тотоп, тирә-яҡтағы матурлыҡты аҡ ҡағыҙға төшөрә, төрлө һүрәт төшөрөү конкурстарында, һынлы сәнғәт ярыштарында һәр саҡ алдынғы урындар яулай.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Зөһрә Билалова “Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған, башланғыс кластар уҡытыусыһы Лилиә Билалова менән Нәйлә Билаловалар – Башҡортостандың мәғариф алдынғылары.

Әйткәндәй, ауылдаштарының “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыу теләген дә мәктәп коллективы хуплап ҡаршы алған. Айыҡ тормошто бала саҡтан пропагандалау менән бер рәттән, уны бала үҙ ғаиләһендә күреп, өлгө алып үҫергә тейеш, шул саҡта ғына киләсәк быуындың да сәләмәт тормошто үҙ итеренә өмөт уяна.

 

Ҡыҙҙарға белем биргән уҡытыусы

 

Ысынлап та, белем усағында ҡыҙҙар ғына уҡыған 2-се һәм 4-се кластарҙа биш һылыу уҡый. Уларға Башҡортостандың мәғариф отличнигы Лилиә Билалова белем бирә.

Ошо ауылда тыуып үҫкән Лилиә Салауат ҡыҙы тәүҙә Сибай педагогия колледжын, артабан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын ҡыҙыл дипломдарға тамамлай. Әйткәндәй, уларҙың төркөмө – Сибай институтының тәүге “ҡарлуғастары” ла. Ошо уҡ ауыл егетенә кейәүгә сығып, бына инде 28 йыл тыуған ауылында балаларға башланғыс белем бирә. Төрлө йылдарҙа уға завуч, мәктәп директоры вазифалары йөгөн дә тартырға тура килә, әммә кескәй балалар менән эшләү, уларға тәүге хәрефтәр өйрәтеү – уның иң яратҡан эше.

Синтезаторҙа уйнап, үҙе матур йырлаған уҡытыусы мәктәптә вокаль ансамбль ойошторған, уҡыусыларҙың барыһы ла йыр-моң ярата, концерт­тарҙа теләп ҡатнаша. Мәктәптең йәш йырсылары районда үткән төрлө йыр бәйгеләрендә урын ала, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.

Ата-әсәләр менән дә ныҡлы бәйләнеш булдырылған: мәктәптәге бөтә сараларҙа улар ихлас ҡатнаша. “Ҡасандыр ата-әсәһен уҡытҡан уҡыусыларымдың хәҙер балаларына, хатта ейән-ейәнсәрҙәренә һабаҡ бирәм”, – тип йылмая Лилиә Билалова.

Малсылыҡ йүнәлешен һайлаған йүнселдәр

 

Яҙгөл менән Раян Байрамғоловтар – ауылдың иң өлгөлө ғаиләләренең береһе. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй, йорт хужабикәһе иһә мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Уңған ғаиләлә өс бала үҫә, улдары Даян Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй, уртансы ҡыҙҙары Айгөл – студентка, Айһылыу дүртенсе класта белем ала.

Ғаилә үҙ көсө менән шәхси хужалыҡ тота, 2019 йылда үҙ аҡсаларына симменталь тоҡомло 25 баш башмаҡ һатып алғандар. Элекке колхоздың буш торған ташландыҡ бинаһын ауыл биләмәһе аша ҡуртымға алып, уны ремонтлап, малдарын шунда ҡуйғандар. Йәй шәхси хужалыҡ малдары ауыл көтөүенән айырым көтөлә, 31 гектар майҙан ер көтөүлек өсөн ҡуртымға алынған. Ауыл йүнселдәренә мал аҙығы әҙерләүҙә Яҙгөлдөң атаһы һәм туғандары ярҙам итә, улдары Раян да – күптән инде ата-әсәһенең уң ҡулы.

– Малсылыҡ йүнәлешен һайланыҡ, әле таналар һауылмай, быҙауҙары менән бергә йөрөй. Былтыр районда малсылыҡты үҫтереү буйынса дәүләт ярҙамы алыуға проект тәҡдим иттек, әммә конкурстан үтмәнек. Быйыл да көсөбөҙҙө йәнә һынап ҡарамаҡсыбыҙ, әгәр дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшһәк, һөтсөлөк тармағы буйынса махсуслашырға теләк бар, – ти Яҙгөл Азамат ҡыҙы.

Ире вахтанан ҡайтҡансы, донъя, балалар мәшәҡәте, малдарҙы ҡарау ҙа уның иңендә. Уңған ҡатын бар яҡлап өлгөрә. Әйткәндәй, әле иң яуаплы осор: ҡышҡы миҙгелде имен-һау сығыу, быҙауҙарҙы ҡабул итеү, уларҙы тәрбиәләү, мал аҙығын еткереү кеүек көндәлек мәшәҡәттәрҙе йырып сығыу еңелдән түгелдер. Әммә тырышлыҡ һәм уңғанлыҡ булғанда, иң мөһиме – алда аныҡ маҡсат торғанда, етмәһә, балалары ярҙам иткәндә, Яҙгөл менән Раян Байрамғоловтарҙың эше һәр саҡ уңышлы һәм алға бара.

 

Ауылдың киләсәге бишектә бәүелә

 

Гөлсинә менән Рим Солтан­ғужиндар – биш бала тәрбиәләп үҫтергән күркәм ғаилә. Өлкән ҡыҙҙары Нургизә һәм улдары Нурфәйез әле эшләп йөрөй, Хәлиҙәләре Сибай гимназия-интернатында белем ала. Салауатҡа иһә алты йәш, балалар баҡсаһына йөрөй, ә кескәй Нуриман әле сәңгелдәктә рәхәтләнеп йоҡлай.

Бәхетле әсәй әйтеүенсә, һәр бала донъяға үҙ ризығы менән тыуа, ишле ғаиләләге балалар бер-береһенә терәк һәм ярҙамсы булып үҫә, ҙурҙары бәләкәйҙәрен ҡарай, туғанлыҡ хисе лә көслө була.

Ғаилә атай нигеҙендә төпләнгән, күпләп мал тоталар, баҡса үҫтерәләр. Иртә яҙҙан ҡош-ҡорт алып аҫрайҙар, һәр баланың үҙенә тәғәйен эше бар, ата-әсәләренә ярҙамсы ла улар. Икеһе лә ошо ауылдан булған хужа менән хужабикәгә ҡарап, “Ни өсөн Әбүбә­керҙә ҡалдығыҙ?” тигән һорауыма улар һис икеләнеүһеҙ: “Ауылды һаҡлап ҡалыу өсөн унда йәшәргә кәрәк!” – тип яуап ҡайтарҙылар. Улар­ҙың һүҙҙәренә ҡеүәт өҫтәп, “ауылды һаҡлап ҡалыу өсөн һәр йортта һеҙҙеке кеүек сәңгелдәктә сабыйҙарҙың мышнап йоҡлап ятыуы ла мөһим” тип өҫтәге килә. Һәр ауылдың киләсәге бишектә бәүелеүен онотмаһаҡ ине. Һәр ауылда Солтанғужиндар, Байрамғоловтар, Билаловтар кеүек тыуған төйәген һаҡлап ҡалырға ынтылған йәштәр бар икән, ауылдар бөтмәйәсәк, гөрләп йәшәйәсәк. Иң мөһиме – мәктәбе, клубы, фельдшер пункты булһын, ә башҡаһын хеҙмәттә сыныҡҡан ауыл кешеһе үҙе табасаҡ.

 

Кәримә УСМАНОВА.

 

Хәйбулла районы.

Читайте нас: