Бөгөн иртән Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күпер ремонтлана башланы. Шуға бәйле төн уртаһынан уҡ уның буйлап хәрәкәт туҡтатылды.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, өс күпер буйлап 11 һыҙат урынына йөрөү өсөн 10 һыҙат тороп ҡаласаҡ. 26 февралдән яңы күперҙә һынау тәртибендә өҫтәмә, дүртенсе һыҙат эшләй башланы һәм өс көн буйына ҡала халҡы ҡарамағында 12 һыҙат булды. Үткән төндә иһә тағы икәүһе ябылды. “Уфимские ведомости” баҫмаһы хәбәрсеһе бының юл хәрәкәтенә нисек йоғонто яһауын тикшерергә булған һәм кеше күп йөрөгән сәғәттә, иртәнге сәғәт 8-ҙән 9-ға тиклем, унда дежурҙа тороп, хәл-ваҡиғаларҙы күҙәткән.
07.50. Йәмәғәт транспортында Дим биҫтәһендәге “12-се кавалерия дивизияһы музейы” туҡталышынан ҡуҙғалып киттем. Карта биш балл күрһәтә ине, юлдар – “һары”. “Мәктәп” туҡталышына 12 минут эсендә барып еттем – ғәҙәти көндәрҙә кеүек үк.
8.03 – йәйәүлеләр үткәүелендә автомобилдәрҙең ике йүнәлештә лә тотҡарлыҡһыҙ хәрәкәт итеүен күҙәтергә мөмкин ине. Димдән ҡалаға көн һайын йөрөгән кеше булараҡ, шуны әйтә алам: кеше күп йөрөгән ваҡытта был күпер ябылғанға тиклем дә ғәжәйеп күренеш.
8.15 сәғәттә Кооператив ялан яғынан аркалы күперҙә хәрәкәтте күҙәттек. Автомобилдәр ҡаланан сыҡҡан ерҙә мөмкин булған тиҙлек менән елә, ә бына ингән ерҙә саҡ ҡына яйыраҡ бара – аҙ ғына тотҡарлыҡ күҙәтелә, әммә шул уҡ ваҡытта автомобилдәр кешенән күпкә тиҙерәк йөрөй.
8.45. Күпер һәм ер аҫты үткәүеле аша үткәс, юлда шулай ҙа тотҡарлыҡ булыуын күрҙек, ләкин бындай хәрәкәт был ваҡытҡа һәм был урынға хас, тип әйтә алам.
Иртәнге сәғәт 9-ҙа “Тулҡын” магазинынан (хәҙер “Пятерочка”) сығыу юлында хәрәкәттең иркен булыуын күрергә мөмкин ине – тығындар ҙа, яйлау ҙа юҡ.
Әлбиттә, был беренсе көн тәжрибәһе генә. Тығындарға, хәрәкәттең ҡыйынлашыуына төрлө шарттар йоғонто яһай: томан (бөгөнгө кеүек), күпләп яуым-төшөм, юлдарҙың ҡарлы булыуы, юл-транспорт ваҡиғалары һәм башҡалар, ләкин аркалы күперҙе төҙөкләндереү ҡала халҡына ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырмаҫ тип ышанғы килә.
Сығанаҡ: Айлина АРҪЛАНОВА.
Фото: ufaved.info