Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2022, 17:30

Өләсәйҙән алып ейәнсәргә тиклем уҡыта

Әхмәтйәновтар династияһы вәкилдәре 420 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған.

Өләсәйҙән алып ейәнсәргә тиклем уҡыта
Өләсәйҙән алып ейәнсәргә тиклем уҡыта

Учалы районында балаларға белем биреү өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән, халыҡ һөйөүен яулған уҡытыусылар династиялары бар. Улар мәғариф өлкәһенең ҡалҡаны, ныҡлы терәге булып тора. Шундай династияларҙың береһе һаналған Әхмәтйәновтар 420 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған.

Данлыҡлы династияға нигеҙҙе 1953 йылда Фәнжиә һәм Ғаҡил Әхмәтйәновтар һала. Фәнжиә Әхмәҙулла ҡыҙы 1934 йылда Ураҙ ауылында тыуа. Миндәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Алған һөнәренә тоғро ҡалып, 43 йыл балаларға белем өләшә. «Мәғариф отличнигы» билдәһе менән наградлана.

Ғаҡил Ниғәмәт улы 1935 йылда Рафиҡ ауылында донъяға килә. Белорет педагогия училищеһында уҡып, сирек быуат ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлай – география, математика, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәндәренән уҡыта.

Уҡытыусылар ғаиләһендә бер малай һәм биш ҡыҙ бала донъяға килә. Гөлсирә, Дилә, Фәйрүзә, Зөлфиә, Наилә ата-әсәләре юлын дауам итә - Белорет педагогия училищеһын, шунан юғары уҡыу йорттарын тамамлап, район мәктәптәрендә балаларға белем биреү өлкәһендә эшләйҙәр.

Оло ҡыҙҙары Гөлсирә Ғарипова төрлө йылдарҙа Сораман, Мәҫкәү, Һөйөндөк, Көсөк-Маяҡ ауылдары мәктәптәрендә уҡыта, БР Мәғариф министрлығының, РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән, БР-ҙың мәғариф отличнигы ла ул. Тормош иптәше Рәсүл Аллабирҙе улы ошо мәктәптә 40 йыл хеҙмәт дәрестәренән уҡыта. Ул да Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Хеҙмәт юлын Ураҙ балалар баҡсаһында мөдир булып башлаған Дилә Ғаҡил ҡыҙы ун биш йыл педагогик стажға эйә. Фәйрүзә Ғаҡил ҡыҙы педагогик эшмәкәрлеген 1977 йылда Кирәбе мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Һуңынан оҙаҡ йылдар мәғариф бүлегендә хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыға, уның педагогик стажы теүәл 43 йыл. БР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, БР-ҙың мәғариф отличнигы ла. Зөлфиә Ғаҡил ҡыҙы Миндәк урта мәктәбендә 41 йыл  башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. «БР-ҙың мәғариф отличнигы» билдәһенә эйә, район хакимиәте башлығы грантына лайыҡ була. Ә Наилә Ғаҡил ҡыҙы Килмәк урта мәктәбендә һигеҙ йыл балаларға белем өләшә.

Әлеге ваҡытта Фәнжиә һәм Ғаҡил Әхмәтйәновтарҙың биш ейән-ейәнсәре олатай-өләсәйҙәренең эшен дауам итеп, мәктәптә эшләй, уҡытыусылар династияһын ышаныслы дауам итә.

- Уҡытыусы һәр дәүерҙә лә иң абруйлы, иң хөрмәтле һөнәр  булып һаҡланасаҡ. Шундай данлыҡлы династия вәкиле булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Шөкөр, атай-әсәйебеҙ башлаған уҡытыусылар быуыны сылбыры өҙөлмәй, әле дүртенсе быуын – ейәнсәрем Алтынай ҙа Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетын тамамлап, балаларға белем бирә башланы, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы.

Әхмәтйәновтар династияһы республика кимәлендә лә билдәле. Улар БР Ғаилә, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы  ойошторған “Хеҙмәт династиялары” конкурсында ҡатнашып, еңеүсе була.

- Һәр предприятие, учреждениеның тотороҡло үҫеше хеҙмәт династияларының һаҡланыуынан, яңыларының барлыҡҡа килеүенән ҡала. Беҙҙең районыбыҙ ҙа Әхмәтйәновтар, Әитовтар, Хужиндар, Минһажетдиновтар, Ғайсиндар, Бүләковтар кеүек йәш быуынды тәрбиәләүгә бар көстәрен, тырышлыҡтарын һалған, һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, белем биреү өлкәһендә тәжрибәләрен быуындан-быуынға таратҡан уҡытыусылар династиялары менән дан тота. Улар төбәгебеҙҙең генә түгел, тотош республикабыҙҙың ғорурлығы, - ти Учалы районы мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова.

Фото Г. Ғарипованың ғаилә архивынан.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: