Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март , 09:31

Рәхәтләнеп файҙаланығыҙ!

smartik.ru
Фото:smartik.ru

“Пушкин картаһы” һәм сәйәхәттән кешбэк ҡайтарыу тураһында.

 Яңы йылдың яҡшы яңылыҡтарының береһе – быйыл 1 ғинуарҙан “Пушкин картаһы”ның күләме 5000 һум тәшкил итә. Карта Рәсәй биләмәһендә ғәмәлдә, уның менән мәҙәни сараларға билет һатып алғанда ғына түләргә мөмкин.

 “Пушкин картаһына аҡсаны дәүләт күсерә. Уны йыл буйына театрҙарға, музейҙарға, концерттарға һәм экскурсияларға йөрөү өсөн тотонорға мөмкин. Бынан тыш, быйылдан “Пушкин картаһы” буйынса Рәсәй киноһына билеттар һатып алырға мөмкин”, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина.

Белеүегеҙсә, картаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша 14–22 йәшлектәр алыу мөмкинлегенә эйә. Билеттарҙы түбәндәге алымдар буйынса һатып алырға мөмкин:

* “Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт” ҡушымтаһы аша;

* мәҙәниәт учреждениеһының сайтында – унда сараға “Пушкин картаһы” программаһы буйынса барыу мөмкин тигән билдә бар;

* театр йәки музей кассаһында.

Яңы йылдың тағы бер һәйбәт яңылығы: 2022 йылдың 1 ғинуарынан фитнес, балалар секциялары һәм ярыштар өсөн түләгәндә һалым ҡайтармаһын алырға мөмкин. Хеҙмәттәре ҡайтарма өсөн яраҡлы ойошмалар исемлеге Башҡортостандың Спорт министрлығы сайтында бар (https://sport.bashkortostan.ru/).

Ил буйлап сәфәр өсөн турист кешбэгы программаһының яңы этабы 2022 йылдың ғинуарында уҡ башланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй буйлап тур хаҡының 20 процентын кире ҡайтарыу өсөн түбәндәгеләр талап ителә:

* түләү системаһы программаһында “Мир” картаһын теркәргә;

* 18 ғинуарҙан һуң мирпутешествий.рф сайтында тур һайларға һәм сәфәр өсөн “Мир” онлайн-картаһы менән түләргә.

Ошоларҙы эшләгәндән һуң сумаҙандарҙы йыйырға мөмкин, ә кешбэк биш эш көнө дауамында картағыҙға әйләнеп ҡайтасаҡ.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА 

Читайте нас в