Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март , 09:18

Һәр ғәмәлдең үҙ ваҡыты бар

kuzpress.ru
Фото:kuzpress.ru

 2022 йылда ла “дача амнистияһы” оҙайтылмаҫмы икән?

З. ЗӘЙНУЛЛИН.

Баҡсасылыҡ өсөн тәғәйенләнгән ер биләмәләрендә урынлашҡан баҡса һәм торлаҡ йорттарға хоҡуҡ – “дача амнистияһы” – баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнгән ерҙә һалынған баҡса һәм торлаҡ йорттарға хоҡуҡты теркәүҙең ябайлаштырылған тәртибе 2031 йылдың 1 мартына тиклем ғәмәлдә ҡала. Тап ошо көнгә тиклем граждандар күсемһеҙ милеккә хоҡуғын ябайлаштырылған тәртип буйынса теркәү мөмкинлегенә эйә.

Былтыр декабрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы пленар ултырышта өсөнсө уҡыуҙа “дача амнистияһы”н 2031 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтыу тураһындағы законды ҡабул итте. Проект Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар буйынса комитеты етәксеһе Павел Крашенинников һәм Федерация Советы вице-спикеры Андрей Турчак тарафынан тәҡдим ителгәйне.

Ә бының өсөн ниндәй ғәмәлдәрҙе атҡарырға кәрәк һуң? Баҡса йәки торлаҡ йортҡа хоҡуҡты теркәү өсөн иң башта кадастр инженерын саҡыртырға кәрәк, сөнки тап ул йорттоң техник планын төҙөй. Бынан тыш, тағы йортто кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм уға хоҡуҡты теркәү тураһындағы ғариза менән күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тағы бер нәмәне оноторға ярамай: ғариза менән бергә кадастр инженеры әҙерләгән техник план яҙылған дискты ла тапшырыу мотлаҡ.

Ошо үрҙә әйтелгән эште 2031 йылдың 1 мартына тиклем башҡарып өлгөрмәгәндәргә урындағы үҙидара органына күсемһеҙ милек объектын төҙөй башлау тураһында белдереү ҡағыҙы ебәрергә, тағы уға тейешле документтарҙы теркәргә, төҙөлөш тамамланғас, был хаҡта ла хәбәр итергә тура киләсәк. Дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, граждандан төҙөлөштөң тамамланыуы тураһындағы белдереүҙе һәм башҡа кәрәкле мәғлүмәттәрҙе алғандан һуң, ете эш көнөндә “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығына күсемһеҙ милекте кадастр иҫәбенә ҡуйыуға һәм уға милек хоҡуғын теркәүгә документтарҙы тапшырырға тейеш. Башта улар баҡса йәки торлаҡ йорттоң закон талаптарына тап килеүен тикшерә.

Өҫтәүенә, “дача амнистияһы” буйынса баҡса йортона ғына түгел, башҡа күсемһеҙ милек объекттарына ла хоҡуҡты теркәргә мөмкин икәнлеген онотмайыҡ. Кешегә Рәсәйҙең Ер кодексы ғәмәлгә индерелгәнгә – 2001 йылдың 30 октябренә тиклем ғүмерлек мираҫ итеп ҡалдырылған йәки срокһыҙ файҙаланыуға тапшырылған ер участкаһына ла милек хоҡуғын ябайлаштырылған тәртиптә теркәргә мөмкин. Бының өсөн ергә хоҡуҡты билдәләгән түбәндәге документтар – таныҡлыҡ, килешеү йәки ерҙең срокһыҙ файҙаланыуға тапшырылыуы, ғүмерлек мираҫ итеп ҡалдырылыуы тураһындағы акт, хужалыҡ кенәгәһенән өҙөмтә һәм башҡалар булырға тейеш. Хоҡуҡты билдәләгән документты милеккә хоҡуҡты теркәү тураһындағы ғариза менән бергә күп функциялы үҙәк офисына тапшырырға кәрәк. Бының өсөн дәүләт пошлинаһы ҡаралған һәм уны түләү зарур.

Әйткәндәй, торлаҡ йорт шәхси торлаҡ төҙөлөшө йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ өсөн бүленгән ерҙә урынлашһа, хоҡуҡ – белдереү ҡағыҙы ебәреү тәртибе буйынса, йорт баҡса участкаһында икән, “дача амнистияһы” буйынса теркәлә.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас в