Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эште ойоштороу
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре (артабан – граждандарҙың мөрәжәғәттәре) менән эш “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Регламентына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында эш башҡарыу күрһәтмәһенә ярашлы тормошҡа ашырыла.
Мөрәжәғәттәр менән эшләү йәһәтенән граждандар өсөн кәрәкле мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең (артабан – Хөкүмәт) интернет селтәрендәге рәсми порталында (http:/www.pravitelstvorb.ru) урынлаштырылған. Граждандар Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары етәкселәренең күсмә ҡабул итеү графигы, Хөкүмәт регламенты, граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәргә анализ, бәйләнеш өсөн реквизиттар, шулай уҡ интернет аша Хөкүмәткә мөрәжәғәт итеү формаһы менән таныша ала.
Граждандарҙың мөрәжәғәттәре статистикаһы
Отчет осоронда Хөкүмәткә 13961 мөрәжәғәт килгән, шуларҙан күтәрелгән мәсьәләләрҙе компетенция буйынса хәл итеү өсөн:
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенән – 2312;
Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтенән – 5589;
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһынан – 89;
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Аппаратынан – 518;
граждандар һәм ойошмалар тарафынан 5453 мөрәжәғәт ебәрелгән.
Юғары дәүләт власы органдарынан граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре буйынса 556 һорау килгән.
Мөрәжәғәттәрҙең төп темалары
2021 йылда 13961 мөрәжәғәттә авторҙар 14923 мәсьәләне күтәрә, шуларҙың 4022-һе (27%) – социаль өлкәгә; 3742-һе (25,1%) – торлаҡ-коммуналь өлкәгә; 3390-ы (22,7%) – иҡтисад өлкәһенә; 2916-һы (19,5%) – дәүләт, йәмғиәт һәм сәйәсәт өлкәһенә; 853-ө (5,7%) оборона, именлек һәм законлылыҡ өлкәһенә ҡарай.
Башҡортостан Республикаһы халҡын, нигеҙҙә, түбәндәге мәсьәләләр борсой:
дауаланыу һәм медицина ярҙамы күрһәтеү, дауалау сифаты, дарыуҙар менән тәьмин итеү, медицина учреждениеларының ябылыуы, уларҙы төҙөкләндереү, ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү, медицина учреждениеларының һәм хеҙмәткәрҙәренең эше, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы (1258 мөрәжәғәт);
күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт, идарасы ойошмаларҙың эшләмәүе, дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотмау, коммуналь хеҙмәттәрҙең насар сифаты (1094 мөрәжәғәт);
коммуналь хеҙмәттәр өсөн ҡуйылған хаҡ менән килешмәү (781 мөрәжәғәт);
торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡтан күсереү (571 мөрәжәғәт), етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү (104 мөрәжәғәт);
балаға пособие һәм компенсация түләү (491 мөрәжәғәт);
биләмәләрҙе һыу, газ менән тәьмин итеү, һыу, газ, йылылыҡ, электр тәьминәтендә өҙөклөктәр (416);
граждандарҙың төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуы, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу өлкәһендә дәүләт контроле һәм күҙәтеүе (351 мөрәжәғәт);
юл һалыу, ремонтлау һәм файҙаланыу, тимер юл, авиа- һәм һыу транспорты объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау (268).
Мөрәжәғәттәр билдәләнгән тәртиптә ҡаралды. Граждандарҙы ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләрҙең бер өлөшө ыңғай хәл ителде, ҡалғандары буйынса нигеҙле аңлатма бирелде, тәҡдимдәр ебәрелде.
Мөрәжәғәттәрҙең территориаль структураһы күрһәтеүенсә, 13961 мөрәжәғәттең күбеһе Өфө (5148 мөрәжәғәт), Стәрлетамаҡ (638), Октябрьский (455), Салауат (287), Нефтекама (266) ҡалаларынан, шулай уҡ Өфө (496), Мәләүез (277), Белорет (221), Туймазы (221), Ишембай (217), Учалы (168), Иглин (152), Бәләбәй (144) райондарынан килгән.