Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2022, 22:00

Сүп-сар ташыуға бәйле яңылыҡтар

Системалы проблемалар өсөн системалы ҡарарҙар кәрәк.

Сүп-сар ташыуға бәйле яңылыҡтар
Сүп-сар ташыуға бәйле яңылыҡтар

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары Башҡортостандың бөтә муниципалитеттарында вәкиллектәрен аса. Бынан тыш, уларҙың барыһы ла Республикаға идара итеү үҙәгенә интеграцияланған “ТКО-Башҡортостан” системаһында эшләйәсәк.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүгә арналған фокус-төркөм тәртибендәге кәңәшмәлә ошондай ҡарар ҡабул иттеләр. Бындай башланғысты Республикаға идара итеү үҙәге, республика Хөкүмәте, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Дәүләт идараһының һанлы үҫеше, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтары, район һәм ҡала хакимиәттәре, республикалағы төбәк операторҙары вәкилдәре тәҡдим иткәйне.

Һәр ваҡыттағыса, системалы проблемаларҙы ҡаранылар. Бына шуларҙың береһе. Өфөлә йәшәгән ҡатын социаль селтәрҙә Октябрь проспектындағы 3/1-се һәм 5/1-се йорттар эргәһендәге контейнерҙарҙың пластик менән тулыуына зарланғайны. Степан Халтурин урамындағы 49-сы һәм 49/1-се йорттар араһындағы майҙансыҡта ПЭТ-тара өсөн селтәрле контейнерҙа ла ошондай уҡ хәл. Бындай сигналдарҙы “Инцидент-менеджмент” йыш тота.

Проблема шунда: селтәрле контейнерҙар республиканың бөтә муниципалитеттарына ла ҡуйылмаған, шуға күрә улар “ТКО-Башҡортостан” системаһына индерелмәгән. Тимәк, улар буйынса сүп-сарҙы ситкә ташыу графигы юҡ. Шуға күрә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ПЭТ-ҡалдыҡтар менән һөҙөмтәле эш итеү буйынса ғәмәлдәрҙе контролгә аласаҡ.

Башҡа проблемалар ҙа бар. Мәҫәлән, төбәк операторҙары контейнерҙарға яҡын ултырған һәм махсус техникаға үтеп инергә ҡамасаулаған автомобилдәр арҡаһында сүп-сарҙы ситкә сығара алмай.

Юлдың ҡарҙан таҙартылмауы арҡаһында ла сүп-сар ташығыстарҙың эш графигында өҙөклөк тыуа. Ҡайҙалыр кадрҙар етмәй, ҡайҙалыр – урындағы властың иғтибары, ә ҡайҙалыр – ҡар таҙартыу техникаһы.

Был мәсьәләләрҙе бер көндә, аҙнала йәки айҙа ғына хәл итеп булмай. Системалы проблемалар өсөн системалы ҡарарҙар, шул иҫәптән аҡса бүлергә кәрәк.

Нимәләр хәл ителде?

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы федераль финанслауҙы раҫлауҙарын көтә. Аҡсаны яңы контейнерҙар һатып алыуға йәки яңы контейнер майҙансыҡтар асыуға йүнәлтәсәктәр (был мәсьәләне һәр муниципалитет урында хәл итә).

Контейнер майҙансыҡтарында милексе, төбәк операторы, сүп-сарҙы ташыу графигы тураһындағы мәғлүмәт, шулай уҡ был майҙансыҡҡа ташларға ярамаған ҡалдыҡтар исемлеге яҙылған алтаҡталар эленәсәк.

Муниципалитеттар, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы яңы контейнер майҙансыҡтарын һанлаштырып, “ТКО-Башҡортостан” мәғлүмәт системаһына индергән.

#ЦУРБашкортостан #решаем_вместе

Фото: vk.com/wall-201146046_23874

Сығанаҡ: vk.com/wall-201146046_23874

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: