Яҙ етеү менән мотлаҡ хәл ителергә тейеш мәсьәләләр арта. Улар араһында юлдарҙағы соҡор-саҡырҙы ремонтлау проблемаһы ла бар. Кисә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошо темаға һөйләшеү булды. Доклад менән транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев сығыш яһаны.
Уның белдереүенсә, Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль әһәмиәттә 13545,1 километр автомобиль юлдары бар, уларҙың 8898,219 километрына асфальт япмаһы түшәлгән. Министр һүҙҙәре буйынса, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн, юлдарҙа соҡорҙар йыл әйләнәһенә ремонтлана. Шул иҫәптән ҡыш көнө лә, был саҡта һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы файҙаланыла.
– Быйыл 1 ғинуарҙан 28 февралгә тиклем төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында һыуыҡ асфальт-бетон ҡатнашмаһы менән 222 метр юл япмаһы етешһеҙлектәренең 169 квадрат метры ремонтланған. Сағыштырыу өсөн, 2021 йылдың ошо уҡ осоронда 114 квадрат метр авариялы соҡор ямалған. Эш дауам итә, – тине ул.
Бөгөнгә “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте филиалдарында 1321 тонна һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы бар. Ошо ҡатнашма күләме ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаларын сығарыу буйынса асфальт-бетон заводтарын сафҡа индергәнгә тиклем соҡорҙарҙы ямау эштәрен башҡарыуға етергә тейеш. “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте мәғлүмәттәре буйынса, даими ыңғай температура теркәлгән осраҡта, график буйынса был заводтарҙы асыу 1 апрелгә билдәләнгән.
Шул уҡ ваҡытта ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһы менән ремонтҡа әҙерлек бара.
2022 йылда соҡорҙарҙы ямау эштәрен башҡарыуға әҙерлек барышында “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте подрядсы ойошмаһы түбәндәге сараларҙы башҡарған:
- 477,8 мең тонна төрлө фракцияларҙан ҡырсынташ һәм 4,0 мең тонна битум әҙерләнгән.
- “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте филиалдары сүкеш һәм вибрация плитәләре менән тулы күләмдә тәьмин ителгән.
- Бәләкәй габаритлы тракторҙар 55 дана аҫмалы фрезер ҡулайламалары менән йыһазландырыла.
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығы соҡорҙарҙы ямау өсөн кәрәкле ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаларын әҙерләүсе составтарҙы һәм рецептарҙы яраштырыу буйынса эште дауам итә. Килешеүҙәрҙе әҙерләү 1 апрелгә тамамланырға тейеш.
Шулай уҡ төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарында япманың етешһеҙлектәрен бөтөрөү буйынса байтаҡ эштәрҙе “MADPATCHER” махсус машиналары башҡара. “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтендә бындай 16 берәмек техника бар. Был ҡорамалды ҡулланыу менән эштәрҙе 2022 йылдың 15 апреленән башлау күҙаллана. Эштәр яҙ-көҙ миҙгелдәре дауамында алып барыласаҡ.
Радий Хәбиров был эште көсәйтергә ҡушты.
- Башларға кәрәк, һауа шарттары мөмкинлек бирә, муниципалитет башлыҡтары менән килешегеҙ һәм эшкә тотоноғоҙ. Мин соҡорҙар темаһын иғтибарһыҙ ҡалдырмайым, был халыҡ өсөн бик көнүҙәк. Мин үҙем юлдар буйлап йөрөйөм, хәл бик ҡурҡыныс тип әйтмәйем, әммә соҡорҙар бар, - тип билдәләне ул.
Фото: mkset.ru