Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2022, 09:32

“Т” хәрефенә хикәйә

alfavit-v-podelkah.blogspot.com
Фото:alfavit-v-podelkah.blogspot.com

Тартай теленән таба, тигәндәй, тиктомалға телләшеп тиргәшкән Таһир тракторының тәҙрәһенә текләп төбәлде. Тағы тик тормай, тәгәрмәсен типкеләне, тросын тырышып таҡты. Танауын тарта-тарта тирләп, тимерлектән таҡталарын, түмәрҙәрен ташып, тракторына тейәне. Тик торғанда тәмәкеһен тоҡандырып төтәтте.

Таһирҙың теләге тиҙерәк тыуған төйәгенә, туғандарына тартылды. Телефонын табып, тибенлектә төртәңләгән тайын, тәкәләрен, тана-торпоһон Тимербайҙан теүәлләтте. Текә тау тирәләй тырылдай-тырылдай түбәнгә – тигеҙлеккә табан туралап тартып төштө. Туғай тапҡырында тәгәрмәсе түңгәккә төртөлөп туҡтағас, туйтаңлап төшөп, таллыҡтан тырышып-тырмашып тороп, төлкө табып, тотоп, төйгөсләп, тоҡҡа тығып тейәгәс, тағы тракторын тоҡандырып тиҙләтте.

Тәүҙә Төркмәндәге туғандарына туҡталып, төлкөһөн тунап, тиреһен Тимурға тотторғас, төшкө табын түрендә туҡмаслап тамағын туйҙырҙы, тауыҡ тәпәйен тәмләгәс, тынысланып тахтаға тәгәрәне.

Таңға табан торһа, табаны туңған, танауы тоноп тымаулаған. “Тағы тамаҡтағы тәмде тоймайым, температуралайым, тәки тажзәхмәттер, тиҙерәк табипҡа”, – тине Таһир туғандарына.

Табип тикшергәс тә тынысландырҙы Таһирҙы. “Тимәк, теңкәгә тейеп торған тажзәхмәт түгел”, – тине табип Туҡтағолов.

Тамам.

 

Рәбиға ТАҺИРОВА.

 

Йылайыр районы,

Яманһаҙ ауылы.

Читайте нас: