Күптәр үҙенең фатирына йәки өйөнә дуҫын, туғанын ваҡытлыса теркәтеп тороу осрағына юлыҡҡандыр. Мәҫәлән, киленен йәки кейәүен торлағына даими йәшәгән урынында рәсми теркәткәндә, йыш ҡына “аҙаҡ уны кире төшөрөп булмаҫ инде, суд юлына баҫырға тура килмәгәйе” тип борсолалар. Был хафаланыуҙар урынлымы, юҡмы? Түбәндә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарҙы табырһығыҙ.
Ипотека өсөн түләүҙе һуңлатһаң...
Шуны иҫтән сығарырға ярамай: кемделер даими йәшәгән урыны буйынса теркәп тороу йәки халыҡта әйтелгән “прописка” – күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ, тигәнде аңлатмай. Шулай итеп, граждан ниндәйҙер аныҡ адрес буйынса теркәлә икән, ул дәүләтте үҙенең ҡайҙа йәшәгәнлеге хаҡында иҫкәртә генә. Әйткәндәй, ваҡытлыса теркәлгән кешене прописканан кире төшөрөү ауыр түгел. Быны күп функциялы үҙәктәр йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша атҡарырға мөмкин. Ваҡытлыса теркәлеү ваҡытының үтеүен генә көтөргә кәрәк. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы граждандарын килгән урыны буйынса теркәү ҡағиҙәләренең 30-сы пунктында әйтелә.
Ә бына йәшәү урыны буйынса даими теркәлгәндәргә бәйле хәл ҡатмарлыраҡ, сөнки был уның бында үҙ ирке менән прописканан төшкәнсе йәки уны суд аша сығарғансы йәшәй алыуын раҫлай.
Йәшәгән урыныңды рәсми күрһәтеү өсөн үҙ торлағың булыу күпкә яҡшыраҡ, әлбиттә. Ошо уй-маҡсатын тормошҡа ашырыу өсөн күптәр ипотека кредитын ала. Бының өсөн, әлбиттә, башта финанс мөмкинлектәреңде барлау фарыз. Әммә был бурысыңды ваҡытында түләп килеп, ниндәйҙер сәбәп арҡаһында артабан атҡара алмаһаң, нимә эшләргә? Был осраҡта күптәр, кәрәкле сумманы түләмәгәндән һуң иртәгәһенә үк суд приставтары өйгә килер, бурысты түләүҙе талап итер, тип уйлай.
Тик, закондарға ярашлы, аҡсаны заемға алыусы даими рәүештә түләү срогын боҙа икән, йәғни был хәл һуңғы 12 айҙа өс осраҡтан күберәк теркәлә икән, һағайырға сәбәп бар. Әммә тағы шуныһы: ипотека килешеүендә башҡа шарттарҙың да булыуы ихтимал, шуға уны ентекләп уҡырға кәрәк.
Әгәр бурысығыҙ бер тапҡыр ваҡытында түләнмәһә, штраф санкцияларының ҡаралыуы, өҫтәүенә, һәр түләнмәгән көн өсөн процент түләүҙәре хаҡында оноторға ярамай. Тағы кредит тарихының барлығы һәм уның боҙолоу ихтималлығы, шул сәбәпле йәнә кредит алырға теләгән ваҡытта ҡатмарлыҡтар килеп сығыуы бар.
Тағы шуныһы: тормош булғас, төрлө хәлдәр осрай. Бер ниндәй бурысы булмаған кешегә лә кредит буйынса түләргә тейешле сумма барлығы хаҡында хәбәр итеүҙәре ихтимал. Мәҫәлән, быға кемдеңдер, һеҙҙең паспорт мәғлүмәттәрен файҙаланып, артыҡ билдәле булмаған банктан кредит алыуы сәбәпсе булыуы бар. Был осраҡта инде юрист менән кәңәшләшеп, уның менән артабан был хәлдән сығыу, проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләгеҙ.
Заман “остап бендерҙары” йоҡламай
Әйткәндәй, Башҡортостан буйынса дәүләт реестры, ялған “игеҙәк” сайттарҙан һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртә. Мутлыҡ ҡылыусылар күсемһеҙ милек реестрынан хеҙмәттәр тәҡдим итә икән.
Әле ошондай ундан ашыу сайт теркәлгән. Уларҙың “Росреестр”ға бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ. Улар, үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланыусыларҙы алдай. “Игеҙәк” сайттар дәүләт реестрының рәсми символикаһын файҙалана.
“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы иҫкәртә: “игеҙәк” сайттарға мөрәжәғәт итеү аҡсаны юғалтыу һәм күсемһеҙ милек өлкәһендәге дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәргә эйә булыу ихтималлығы менән янай. “Был “тоҙаҡ”ҡа эләккән граждандарҙан, ойошмаларҙан ялыуҙар килә. Ошондай осраҡтар бар: мутлыҡ ҡылыусылар аҡса ала ла юҡҡа сыға. Шул уҡ ваҡытта бындай хеҙмәттәрҙең хаҡы рәсми органдыҡынан бер нисә тапҡырға ҡиммәтерәк булыуы мөмкин”, – тип хәбәр итте идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова.
Нисек төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашырға?
Башҡортостанда төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүҙәрен теркәүгә ғаризаларҙың 60 проценты (Рәсәйҙәге уртаса күрһәткес – 49,3 процент) электрон төрҙә тапшырыла.
“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова хәбәр итеүенсә, 2019 йыл менән сағыштырғанда, ғаризаларҙың уртаса 20 проценты электрон төрҙә тапшырылған. Шулай итеп, республикала электрон ипотека өлөшө Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән юғарыраҡ һәм барлыҡ теркәлгән ипотеканың 45 процентын тәшкил итә.
“Росреестр”ҙа билдәләүҙәренсә, Башҡортостанда һанлы хеҙмәттәр әүҙем файҙаланыла. Республикала электрон килешеүҙәргә ҡарата талаптар йылдан-йыл арта. 2021 йылда Башҡортостанда күсемһеҙ милекте электрон теркәү 60 проценттан ашыу тәшкил иткән. Был технологияларҙы үҙҙәре файҙаланған нотариустар, урындағы үҙидара органдары, банктар, төҙөүселәр, риэлторҙар граждандар өсөн электрон килешеүҙәрҙе атҡарыусы тип иҫәпләнә.
Электрон килешеү ялған эшләүҙән һаҡлаған электрон-һанлы ҡултамға менән нығытыла. Барлыҡ процедуралар бәйләнештең айырыуса һаҡланған каналдары буйынса үтә, ул тулыһынса хәүефһеҙ.
Был ваҡытты алдан иҫәпләп буламы?
Хәҙер республикала төҙөүселәр онлайн тәртибендә хеҙмәтләндереү ярҙамында объектты төҙөү өсөн ниндәй процедуралар үтеү кәрәклеген белә, проектлауҙан алып файҙаланыуға тапшырыуға тиклемге төҙөлөш ваҡытын иҫәпләй ала.
– Хеҙмәтләндереү шулай ойошторолған, хатта төҙөүселәр бирелгән тәҡдимдәрҙең үҙенә ҡулайлыһын һайлай ала. Был иһә хаталаныу мөмкинлеген юҡҡа сығара, – тип белдерҙе республиканың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.
Шәхси өй төҙөү теләге менән янған граждандар ҙа калькуляторҙан файҙалана ала.
– Төҙөлөш тармағының үҫеше һөҙөмтәһендә һанлаштырыуға етди иғтибар бүленә. Биләмәләрҙең комплекслы үҫеше өлкәһендәге етди мәсьәләләр бар. Уларҙы тормошҡа ашырыу граждандарҙың тормошон уңайлыраҡ, инвестиция-төҙөлөш проекттарын асығыраҡ, файҙаланып булырлыҡ һәм һөҙөмтәле итә, – тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
Илдә бындай мәктәп берәү генә
Үрҙә әйтелгән электрон төрҙәге хеҙмәттәрҙе популярлаштырыу һәм башҡа бурыстарҙы атҡарыу маҡсатында Башҡортостанда “Росреестр мәктәбе”н (уҡыу лабораторияһы) тантаналы астылар. Ул Башҡортостан дәүләт аграр университеты нигеҙендә эшләй. Тыңлаусыларҙы Росреестрҙың төбәк идаралығы, Кадастр палатаһы филиалы вәкилдәре, университеттың тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультеты кафедралары уҡытыусылары уҡыта.
Партнерлыҡ тураһындағы килешеүгә Башҡортостан дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов һәм Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец ҡул ҡуйғайны. Был документҡа ярашлы, яҡтар республика аграр сәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләү сифатын яҡшыртыу буйынса бергәләп эшләүҙе ойоштора.
“Росреестр мәктәбе”ндә төрлө категорияға ҡараған граждандар, нигеҙҙә, хеҙмәте күсемһеҙ милеккә бәйле һәм Росреестр, Кадастр палатаһы менән даими эшләгән инженер-техник хеҙмәткәрҙәр – кадастр инженерҙары, министрлыҡтар, ведомстволар белгестәре, коммерция ойошмалары вәкилдәре, йәш белгестәр уҡытыласаҡ. Уҡыу дөйөм оҙонлоғо бер аҙна булған теория һәм практика өлөштәренән тора. Уны тамамлағандар дәүләт өлгөһөндәге дипломға эйә була.
Әйткәндәй, бындай проект Рәсәй Федерацияһында беренсе тапҡыр тормошҡа ашырыла. Тыңлаусыларға күсемһеҙ милекте кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм хоҡуҡты теркәү, ер төҙөлөшө, ер күҙәтеүе, геодезия, картография өлкәһендәге көнүҙәк темаларҙы аңлатыу, закондарҙағы үҙгәрештәрҙе өйрәтеү, Росреестрҙың электрон төрҙәге процедуралары практикаһы рәүешендә аңлатасаҡтар. “Росреестр мәктәбе” эксперттары һанлы технологияларҙы файҙаланыу иҡтисади һөҙөмтә килтергән эшҡыуарлыҡ һәм төбәктә иҫәп һәм теркәү буйынса уңайлы инвестиция климаты өсөн шарттар булдырыуға акцент яһай.
Айһылыу НИЗАМОВА