Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2022, 09:15

Әйберҙе кире ҡайтарырға тура килһә...

online-kassa.ru
Фото:online-kassa.ru

Магазиндан һатып алынған тауарҙы нисә көн эсендә кире ҡайтарырға мөмкин? Йүнләп физик күнекмәләр ҙә эшләмәгән улым “Спорт” магазинынан төрлө кәрәк-яраҡ һатып алған. Әгәр ҙә ул спорт менән шөғөлләнһә, бик тә ҡыуаныр инем. Тик бына ҡасандан инде уның һатып алынған был әйберҙәре файҙаланылмай, ҡайһылары хатта ҡабынан сығарылмаған. Ошо әйберҙәрҙе магазинға кире ҡайтарырға уйлайым. Күпме ваҡыт дауамында быны эшләү мөмкин икән?

З. МӘҮЛИЕВА.

 

Эйе, ысынлап та, йыш ҡына ҡайһы берәүҙәр кәрәкме-юҡмы икәнлеген уйлап бирмәй, төрлө әйбер һатып алыусан. Тик аҙаҡ ҡына улар тауарҙы ашығып һатып алғанлығын аңлай. Был осраҡта нимә эшләргә? Иң тәүҙә һатып алынған тауарҙың дефекты булмауы яҡшы. Артабан фабрика-предприятие ярлығының йәки пломбаһының һаҡланыуы кәрәк. Өҫтәүенә, был тауарҙың алмаштырып булған йәки булмаған тауарҙар исемлегендә булыуы яҡшы. Тағы аныҡ магазинда ошо әйберҙәрҙе һатып алыуығыҙҙы раҫларға, тауарҙы кире ҡайтарыу йәки алмаштырыу тураһында ғариза яҙырға тура киләсәк. Әгәр һатыусы тауарҙы кире алмаштырыуға ризалаша икән, әйберҙе кире ҡайтарыу тураһындағы актты талап итегеҙ һәм уны аҡса алғанға тиклем юғалтмай һаҡлағыҙ. Ә сумманы кире ҡайтарыу өсөн өс көн көтөргә мөмкин. Әгәр был хәл күҙәтелмәһә, дәғүәгеҙҙе магазиндың генераль директорына белдерегеҙ йәки “Роспотребнадзор” идаралығына ялыу яҙығыҙ. Әгәр ошо үрҙә әйтелгәндәрҙең береһе лә ярҙам итмәй икән, судҡа мөрәжәғәт итергә тура киләсәк.

Ике аҙна эсендә магазинға кире ҡайтарып булған тауарҙар исемлеге Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ кодексының 502-се статьяһының 1-се пунктында һәм 1992 йылдың 7 февралендә ҡабул ителгән 2300-1-се закондың 25-се статьяһының 1-се пунктында әйтелгән. Был, нигеҙҙә, төҫө, фасоны һәм башҡалар буйынса һатып алыусыға тура килмәгән, аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар. Закон бындай тауарҙы алмаштырыу йәки кире ҡайтарыу мөмкинлеген бирә. Әгәр магазинда алмаштырырға яраҡлы тауар булмай икән, сауҙа нөктәһенә әйберҙе кире алырға һәм клиентҡа аҡсаһын бирергә тура киләсәк.

Тағы магазинға кире ҡайтарып булмаған тауарҙар исемлеге бар.

Улар иҫәбенә, мәҫәлән, косметика һәм парфюмерия, ювелир, көнкүреш химияһы һәм башҡалар ҡарай.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: