Башҡортостанда 26 февралдә Удмуртияның Сарапул ҡалаһынан булған өс бала атаһы эҙһеҙ юҡ була. Үҙ автомобилендә ул дуҫын Өфө аэропортына алып китә, ә кире юлда туғандары менән бәйләнеше өҙөлә. Бер тәүлектән һуң ғына уның Өфөләге бер дауаханаға юлығыуы асыҡлана.
- Сәғәт таңғы 6-ла ул Сарапулдағы дуҫын Өфө аэропортына алып киткән. Уны тейешле урында ҡалдырғас, өйгә ҡайтырға сығам тип шылтыратҡан. Ә ярты сәғәттән һуң уның менән бәйләнеш өҙөлә. Ҡатыны ике телефон һандарына ла шылтыратып ҡарай: икеһе лә яуап бирмәй. Ошонан һуң ҡатын Сарапул полицияһына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ә унда инде ирҙең билдәләре күрһәтелгән фоторәсемен төрлө ергә тараталар, - тип һөйләй бер яҡыны.
27 февралдә, бер тәүлектән һуң, Сергейҙың ҡатынына Өфө дауаханаларының береһенән ирҙең уларҙа дауаланыу үтеүе тураһында хәбәр иткәндәр. Әлегә шуныһы билдәле: юлда ирҙең һаулығы буйынса проблема килеп тыуған.
Фото:newsbash.ru