Йәмәғәтселәр Башҡортостанда үткәрелгән һәр спорт сараһын Ватанды һаҡлаусыларҙы хәтерләүгә арнарға тәҡдим итте.
23 февраль алдынан “Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары союзы” ижтимағи ойошмаһы етәксеһе, республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Дмитрий Глушко Башҡортостандағы һәр спорт сараһы стартын Ватанды һаҡлаусылар, Советтар Союзы Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, Дан орденының тулы кавалерҙары, хәрби-интернационалистар хәтеренә арнап, уларҙың биографияһы, ҡаһарманлығы тураһында бәйән итергә, наградаларын һанап китергә тәҡдим итте.
18 февралдә республиканың Йәмәғәт палатаһы төбәктәге Спорт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтарына, ҡала, район хакимиәттәренә хат менән мөрәжәғәт иткән.
Айырым алғанда, урындарҙа был эш бара. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы башланғысты хуплаған, был йүнәлеш системалы, маҡсатлы рәүештә йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүгә булышлыҡ итәсәк, тигән.
Дмитрий Глушко шулай уҡ ярыштарҙа ҡатнашыусыларға сара алдынан Рәсәйҙең дәүләт гимнын ишеттерергә тәҡдим итә. "Дөрөҫ, бының өсөн уның һүҙҙәрен ятларға кәрәк, юғиһә күптәр белмәй", - ти ул.
Фото: op.bashkortostan.ru