Ишембай районы хакимиәтендә Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Ишембай районының умартасылары менән осрашты. Сарала район умартасылары, Иҫәкәй, Һәргәй ауылдарынан алдынғы кешеләр, аҡһаҡалдар ҡатнашты. Һөйләшеү конструктив, тыныс юҫыҡта үтте.
Әммә бынан һуң баяғы чатты ойоштороусылар урындағы умартасыларҙың эш төркөмө етәксеһенә, бар башланғыстар менән йөрөгән кешеләргә яла яға башланы. Халыҡ бындай ғәҙелһеҙ ғәйепләүҙәргә түҙеп торманы, фекерҙәре менән уртаҡлашты:
– Осрашыуға ауылдың ышаныслы ир-егеттәре барҙы. Хәҙер интернет аша уларҙы “һатлыҡ йән” тип атай башланылар. Егеттәр бит ошо ауыл өсөн, Башҡортостан өсөн йөрөй.
– Осрашыуға бөтә халыҡ бара алмай бит инде, шуның өсөн улар - беҙҙең делегаттарыбыҙ, башлап йөрөүселәребеҙ. Улар бар ерҙә лә, һәр ваҡыт беҙҙең исемдән ҡатнаша, фекеребеҙҙе еткерә, беҙ уларға ышанабыҙ.
– Тағы ла бына эшсе төркөмдө “һатлыҡ йән” тип атай башланылар. Улар һатлыҡ йән түгел, ә беҙҙең ышаныслы ир-егеттәр, Һәргәй, Иҫәкәй ауылы кешеләре.
– Улар үҙҙәре өсөн тырышмайҙар, ошо ауыл эргәһендә аукционға ҡуйылған урындар үҙебеҙҙең халыҡҡа ҡалһын тип тырыша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта Ишембай районында умартасылар берләшеп, үҙҙәренең артабанғы эшмәкәрлеген яҡлап сығыш яһай. Урындағы халыҡ киләсәк инвесторға ризаһыҙлығын белдергәс тә, республика Хөкүмәте мөнәсәбәттәрҙе көйләү, бындағы умартасыларҙың мәнфәғәтен яҡлау буйынса эшсе төркөм төҙөнө. Уның эшендә ауылдарҙың абруйлы, бар эште башлап йөрөгән ир-егеттәре лә ҡатнаша. Мәғлүм булыуынса, килеп тыуған хәлде ыңғай хәл итеү конструктив һөйләшеү аша алып барыла. Был йәһәттән республика Хөкүмәте лә барлыҡ саралар күрә.
Умартасылар мәсьәләһен хәл итеү өсөн интернетта чат булдырыла, шундағы бер төркөм кешеләр флешмоб ойоштора, ә инде конструктив һөйләшеү башланғас, мәсьәләне хәл итеү буйынса ҡуйылған ыңғай ҡарарҙарҙы инҡар итә, ә ысын эш менән янып йөрөгән кешеләрҙе ғәйепләргә тотонғандар. Нәҡ улар халыҡ исеменән һөйләшеүҙәр алып барған кешеләргә интернет селтәре аша яла яға башлаған. Был иһә хәлде артабан ныҡлы көсөргәнешкә еткерергә, форсаттан файҙаланып, ғауға күтәрергә маташыусыларҙың да булыуы хаҡында һөйләй. Әлбиттә, бындай аяҡ салыуҙар яҡшы күренеш түгел. Киреһенсә, ошондай мәлдә әүҙем ауылдаштарҙы хуплап, улар аша уртаҡ фекерҙе еткереү мөһим. Мәсьәләне ғауға, низағ күтәрмәйенсә, уртаға һатып һөйләшеүҙәр, килешеүҙәр аша хәл итеп була.
Фото: скриншот.