Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март 2022, 18:30

Республика министрҙары ниҙәр хаҡында яҙа?

Уларҙың ниндәй темаларға постары халыҡта айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан?

Республика министрҙары ниҙәр хаҡында яҙа?
Республика министрҙары ниҙәр хаҡында яҙа?

Бөгөнгө “Сәләм” тапшырыуында Республикаға идара итеү үҙәге менән тура бәйләнештә республика власть органдарының, етәкселәрҙең социаль төркөмдәрҙәге сәхифәләрен анализлау булды.  

Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостан халҡы “Бәйләнештә” һәм Инстаграм селтәрҙәрен күберәк ҡуллана икән. Унан ары “Класташтар” һәм Фейсбук килә. Һәр береһенең уға ғына хас үҙенсәлектәре, аудиторияһы бар. Чиновниктар был мәлде күҙҙән ысҡындырмай.

Етәкселәр төрлө темаға яҙа. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың Фельдшерҙар көнөнә арналған, Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фатҡуллиндың БЮТ каналындағы “Вәссәләм” тапшырыуының анонсы тураһындағы, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Мәскәүҙә Ҙур театрҙың тарихи сәхнәһендә сығышы хаҡындағы, Руслан Хәбибовтың Пекиндағы Олимпиаданың бронза миҙалын яулаған шорт-трексы Семен Елистратовты ҡаршылауға яҙылған постары популяр булған.

Етәкселәрҙең шәхси сәхифәһен, ведомстволарҙың пабликтарын үҫтерер өсөн айырыуса нимә мөһим? Әлбиттә, яҙылыусылар менән аралашыу, кире бәйләнеш. Төп критерий иһә – властың социаль селтәрҙәрҙә әүҙем эшләүе. Интернет – ул кешеләр менән эшләү өсөн уңайлы ҡорал, ул халыҡтың ихтыяждарын хәл итеүҙе тиҙләтеүгә лә булышлыҡ ҡыла.

Башҡортостандағы етәксе органдарының ҡайһыларының төркөмдәре соцселтәрҙәрҙә айырыуса популяр икәнен Республикаға идара итеү үҙәгенең видеоматериалынан ҡарарға мөмкин.

Сығанаҡ: Республикаға идара итеү үҙәге.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: