Туймазы районының Ҡандра ауылында йәшәгән 25 йәшлек Гөлназ Кәлимуллинаны эҙләйҙәр. Был турала “Лиза Алерт Башҡортостан” эҙәрмәндәре хәбәр итә.
Шуныһы, ҡыҙҙың ҡайҙа икәнлеге 18 ғинуарҙан алып билдәле түгел. Бынан тыш, ул медицина ярҙамына мохтаж.
Гөлназдың билдәләре: буйы 168 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, сәсе ҡара, күҙе күк төҫтә. Юғалған көндә зәңгәр куртка, ҡыҙыл-ҡара кофта, ҡара джинсы салбар һәм ҡыҙыл-ҡара ботинка кейгән булған.
Әгәр һеҙ Гөлназ Кәлимуллинаны күрһәгеҙ йәки ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, 8-800-700-54-52 йәки 112 телефондарына хәбәр итегеҙ.
Фото: news.rambler.ru