Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март 2022, 16:00

Ғүмерең бөтмәһә, көнөң бөтмәй...

97 йәшлек инәй янғындан сығып, иҫән ҡалған.

Ғүмерең бөтмәһә, көнөң бөтмәй...
Ғүмерең бөтмәһә, көнөң бөтмәй...

Ошо көндәрҙә Тәтешле районындағы Үрге Тәтешле ауылының Ибраһимов урамында бүрәнә йортта янғын сыҡҡан. Бәлә урынына беренсе булып күрше-тирә ярҙамға ашыға. Күп тә үтмәй янғын һүндереүселәр ҙә килеп етә.

Был ваҡытта йортто тулыһынса ялҡын ялмап алған була. Ҡотҡарыусылар 97 йәшлек инәйгә ут эсенән сығырға ярҙам итә. Ул мөғжизә менән генә ҡотолоп ҡала.

Бәхеткә күрә, уттан артыҡ зыян күрмәгән инәй. Дауаханала уға тәүге ярҙам күрһәтеп, өйҙә дауаланырға ҡайтарғандар. 

Хоҙай ҡушҡан ғүмерең бөтмәһә, көнөң бөтмәй, тип хаҡ һүҙ әйткән боронғолар.

Фото "Башинформ".

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: