Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март 2022, 16:15

“Патриот” тәүге курсанттарҙы быйыл ҡабул итә

Быйылға биш көнлөк 38 смена графигы төҙөлгән.

“Патриот” тәүге курсанттарҙы быйыл ҡабул итә
“Патриот” тәүге курсанттарҙы быйыл ҡабул итә

Бөгөн Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Патриот” хәрби-ватансылыҡ паркы төҙөлөшөн ҡарап сыҡты. Курсанттарҙың тәүге сменаһын бында быйыл июндә ҡабул итеү планлаштырыла.

Мәғлүм булыуынса, элекке хәрби часть биләмәһендә хәрби-патриотик парк асыу ниәте республика Башлығының 2019 йылда 2-се Алкин ауылына эш сәфәре барышында тикшерелгәйне. Былтыр майҙа Радий Хәбиров “Авангард” йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү буйынса уҡыу-методика үҙәктәре асыу мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, ошондай үҙәктәрҙе 2024 йылға тиклем бөтә төбәктәрҙә лә асыу күҙаллана.

Башҡортостанда ул 2020 йылдың авгусында Республика балалар туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәге нигеҙендә асылды. Үҙәк төҙөлөш тамамланғас, Шишмә районындағы “Патриот” паркы нигеҙендә эшен дауам итәсәк.

Хәрби-ватансылыҡ паркының майҙаны – 200 гектар. “Авангард” уҡыу-методика үҙәгенән тыш, бында “Партизан ауылы” тарихи-мемориаль комплексы, Юнармия секторы, уҡыу плацы, атыу үҙәге, хәрби техника музейы, Һауа-десант ғәскәрҙәре ҡаласығы, хәрби-тарихи реконструкция зоналары, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, ашхана һәм башҡа объекттар урынлашасаҡ.

Радий Хәбиров уҡыу кластарын, кубриктарҙы, көнкүреш биналарын, буласаҡ ашхананы ҡарап сыҡты, “Патриот” паркы төҙөлөшөн ахырына еткереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. “Альбит” подряд ойошмаһының баш инженеры Сергей Минеев реконструкция барышы, эштең график буйынса барыуы тураһында һөйләне. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, уҡыусылар өсөн йыл әйләнәһенә биш көнлөк уҡыу йыйындарын һәм хәрби-ватансылыҡ йүнәлешендәге сменалар ойоштороу – “Авангард” үҙәгенең төп бурыстарының береһе, тип билдәләне.

– Беҙ быйылға биш көнлөк 38 смена графигын әҙерләнек. Һигеҙ мең үҫмер бында тәүге хәрби әҙерлек оҫталығын туплаясаҡ. Улар өсөн бөтә шарттар тыуҙырыласаҡ. Тәүге сменалар төҙөлдө, улар бында 1 июндә килә. Шулай уҡ уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр ҙә тупланды, – тине Айбулат Хажин.

Министр билдәләүенсә, курсанттар биш тапҡыр туҡланасаҡ. Был мәсьәләне Шишмә районы хакимиәте көйләй.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов Рәсәй Оборона министрлығының республикаға 27 берәмек демилитаризацияланған хәрби техника тапшырырға әҙер булыуы тураһында хәбәр итте. Был техника “Патриот” паркында урынлаштырыла.

Парк төҙөлөшөн 2024 йылға тулыһынса тамамлау күҙаллана. Ошо ваҡытҡа бында конгресс-үҙәк, мәсет, бәләкәй сиркәү, ат спорты һәм атыу үҙәктәре, музей-күргәҙмәләр өсөн павильондар һәм интерактив зоналар асыласаҡ.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150645.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150645.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: