Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2022, 20:00

Алыҫ юлға сыҡмай тороғоҙ

5-7 мартта һауа торошонда ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

Алыҫ юлға сыҡмай тороғоҙ
Алыҫ юлға сыҡмай тороғоҙ

5-6 мартта Башҡортостанда ҡар, урыны менән епшек ҡар яуа, айырым райондарҙа көслө буласаҡ, елдең тиҙлеге секундына 20 метрға барып етәсәк.

Епшек ҡарҙың сымдарға, ағастарға һырынты булып ятыуы ихтимал. Юлдарҙа - боҙлауыҡ. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, Башҡортостан гидрометеорология мәғлүмәттәренә таянып, хәбәр итә.

7 мартта төндә һауа температураһының -13, -18, аяҙытҡанда - 20, -25, көндөҙ -8, -13 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә.

Юл хеҙмәттәре яҡшы һауа торошо булғанға тиклем йыраҡ араларға сыҡмауҙы һорай. Әгәр сәфәрҙе кисектереп булмай икән, тиҙлек режимын, хәүефһеҙлек араһын һаҡларға, тормозға ҡапыл баҫмаҫҡа кәңәш итә.

Фото: vestirama.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: