Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2022, 08:53

Быуындар бәйләнеше дауам итә

Әхмәтйәновтар династияһы 420 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған.

Учалы районында балаларға белем биреү өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән, халыҡ һөйөүен яулаған уҡытыусы династиялары бар. Улар мәғариф өлкәһенең ҡалҡаны, ныҡлы терәге булып тора. Шундай династияларҙың береһе – Әхмәтйәновтар 420 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған.

Данлыҡлы династияға нигеҙҙе 1953 йылда Фәнжиә менән Ғаҡил Әхмәтйәновтар һала.

Фәнжиә Әхмәҙулла ҡыҙы 1934 йылда Ураҙ ауылында тыуа. Миндәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Һөнәренә тоғро ҡалып, ҡырҡ өс йыл балаларға белем бирә. “Мәғариф отличнигы” билдәһе менән бүләкләнә.

Ғаҡил Ниғәмәт улы 1935 йылда Рафиҡ ауылында донъяға килә. Белорет педагогия училищеһында уҡып, сирек быуат балаларға белем бирә – географиянан, математиканан, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренән уҡыта.

Уҡытыусылар ғаиләһендә бер малай һәм биш ҡыҙ бала донъяға килә. Гөлсирә, Дилә, Фәйрүзә, Зөлфиә, Наилә ҡыҙҙары ата-әсәһе юлын дауам итә – Белорет педучилищеһын, шунан юғары уҡыу йорттарын тамамлап, район мәктәптәрендә балаларға белем биреү өлкәһендә эшләйҙәр.

Оло ҡыҙҙары Гөлсирә Ғарипова төрлө йылдарҙа Сораман, Мәҫкәү, Һөйөндөк, Көсөк-Маяҡ ауылдары мәктәптәрендә уҡыта, БР Мәғариф министрлығының, РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән, БР-ҙың мәғариф отличнигы ла ул. Тормош иптәше Рәсүл Аллабирҙе улы ошо мәктәптә 40 йыл хеҙмәт дәрестәренән уҡыта. Ул да – Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Хеҙмәт юлын Ураҙ балалар баҡсаһында мөдир булып башлаған  Дилә Ғаҡил ҡыҙының да ун биш йыл педагог стажы бар.

Фәйрүзә Ғаҡил ҡыҙы педагогик эшмә­кәрлеген 1977 йылда Кирәбе мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Һуңынан оҙаҡ йылдар район хакимиә­тенең мәғариф бүлегендә хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыға, уның педагог стажы – теүәл 43 йыл. БР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, БР-ҙың мәғариф отличнигы ла.

Зөлфиә Ғаҡил ҡыҙы Миндәк урта мәктәбендә ҡырҡ бер йыл  башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. “БР-ҙың мәғариф отличнигы” билдәһенә, район хакимиәте башлығы грантына лайыҡ була. Ә Наилә Ғаҡил ҡыҙы Килмәк урта мәктәбендә һигеҙ йыл балаларға белем өләшә.

Әлеге ваҡытта Фәнжиә менән Ғаҡил Әхмәтйәновтарҙың биш ейән-ейәнсәре, олатай-өләсәйҙәренең эшен дауам итеп, мәктәптә эшләй, уҡытыусылар династияһын ышаныслы дауам итә.

– Уҡытыусы һәр дәүерҙә лә иң абруйлы, иң хөрмәтле һөнәр  булып һаҡланасаҡ. Шундай данлыҡлы династия вәкиле булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Шөкөр, атай-әсәйебеҙ башлаған уҡытыусылар быуыны сылбыры өҙөлмәй, әле дүртенсе быуын – минең ейәнсәрем Алтынай ҙа, Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетын тамамлап, балаларға белем бирә башланы, – тип шатлығын уртаҡлашты Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы.

Әхмәтйәновтар династияһы республика кимәлендә лә билдәле. Улар, БР Ғаилә, Хеҙ­мәт һәм халыҡты социаль яҡлау ми­нистрлығы ойошторған “Хеҙмәт династиялары” конкурсында ҡатнашып, еңеүсе була.

– Һәр предприятие, учреждениеның тотороҡло үҫеше хеҙмәт династияларының һаҡланыуынан, яңыларының барлыҡҡа килеүенән ҡала. Беҙҙең районыбыҙ ҙа Әхмәтйәновтар, Әйетовтар, Хужиндар, Минһажетдиновтар, Ғайсиндар, Бүләковтар кеүек йәш быуынды тәрбиәләүгә бар көстәрен, тырышлыҡтарын һалған, һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, белем биреү өлкәһендә тәжрибәләрен быуындан-быуынға таратҡан уҡытыусы династиялары менән дан тота. Улар төбәгебеҙҙең генә түгел, тотош республикабыҙҙың ғорурлығы, – ти Учалы районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова.

 

Римма СОЛТАНОВА.

Читайте нас: