Иглин ҡасабаһының ситендә урынлашҡан “Энергетик” заводы” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһының директоры Инсаф Ҡорбанов күптән түгел Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова үткәргән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашты.
Ул өҫтәмә биналар төҙөү иҫәбенә заводтың ҡеүәтен арттырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Был мәсьәләне Иглин районы хакимиәтенең бизнес-шәрифе Артур Иҙрисов үҙ контроленә алды. Шулай итеп, алдағы йылдарҙа завод үҫешкә юл алған һәм сиктәрен киңәйтә. Иглингә юл төшкәндә, был заводтың эшмәкәрлеге менән таныштыҡ.
Заводта электр һәм электр изделиеларының киң ассортименты етештерелә. Бында монтажлау өсөн кәрәкле деталдәр, ҡатмарлы электр изделиелары һәм юғары вольтлы ҡорамалдар эшләп сығаралар. Завод продукцияһы торлаҡ һәм сәнәғәт төҙөлөшөндә, төҙөкләндереүҙә ҡулланыла. Сифатҡа айырыуса иғтибар бүленә. Был йәһәттән завод етәкселәре бик талапсан, ти бында эшләгән белгестәр. Ҡоролмалар һәм йыһаз Рәсәй стандарттары буйынса сертификатлана, хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә.
Әлеге мәлдә заводта 74 кеше эшләй. Матди-техник база көслө. 2 мең квадрат метр майҙанда келәттәр, сәнәғәт, офис, көнкүреш биналары урынлашҡан. “Коллектив дуҫ һәм татыу. Ышаныслы, эшлекле, үҙ эшен һәйбәт белгән белгестәргә генә таянабыҙ. Уларҙың күбеһенең уртаса хеҙмәт стажы – ун йыл. Команда һыналған”, – ти ғорурлыҡ менән завод етәкселеге.
Заводтың даими заказсылары бар. Продукцияны Свердловск, Пермь, Һамар, Себер яҡтарына оҙаталар. Башҡортостанда ла заказсылары етәрлек.
Бында юғары вольтлы ҡорамалдар етештерәләр. Мәҫәлән, 25 киловаттан алып 2500 киловатҡа тиклем һыйҙырышлы, көсөргәнеше 10 киловатҡа тиклем булған тышҡы ҡоролмаларҙың тулы трансформатор ярҙамсы станциялары эшләйҙәр. Уларҙың тулыһынса хәүефһеҙ булыуын билдәләге килә һәм заманса итеп эшләнеүе шунда уҡ күҙгә салына. Түбән вольтлы ҡорамалдар, электр ҡоролмалары етештерәләр. Тростар һәм сымдар, уларҙы беркетеү өсөн йыһаз айырыуса һорау менән файҙалана. Ә бына асыҡ һауала яҡтыртыу өсөн ҡоролмалар айырыуса иғтибарға лайыҡ: уларҙың төрлөлөгөнән күҙ ҡамаша.
Бынан ике йыл самаһы элек заводта металды лазер менән киҫеү машинаһы сафҡа индерелгән. Юғары етештереүсәнле сәнәғәт лазер комплексында ҡалынлығы 14 миллиметрға тиклем булған табаҡлы металды ҡырҡыу буйынса заказдар ҙа ҡабул ителә.
Заказсының теләге буйынса 1500 мм – 3000 мм үлсәмдәге тиклем деталдәр киҫеп бирәләр. Заводта, металды киҫеүҙән тыш, бөгөү, иретеп йәбештереү һәм буяу буйынса хеҙмәттәр күрһәтәләр.
Завод коллективы киләһе юбилей йылында ойошманың яңы юғары баҫҡысҡа күтәрелеп, яңы ҡеүәт менән эшләренә өмөтләнә.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.