Республика халҡы, “Алға” картаһы менән юлға түләй алмайбыҙ, тип зарлана. Ундай мөрәжәғәттәр күп түгел, әммә бар.
Социаль карталарҙың Башҡортостан регистры директоры Руслан Нурғәлиев һүҙҙәренсә, “Алға” пластик картаһы элеккесә эшләй, санкциялар уға ҡағылмаған. Әммә “санциялы” банктарҙың береһенә банк картаһы бәйле булған визуаль карталы пассажирҙар ауырлыҡтарҙы тойған. Улар – ВТБ, “Промсвязьбанк”, “Совкомбанк Совкомбанк”, “Россия”, “Открытие”, “Новикомбанк” һәм “ВЭБ.РФ”.
Нимә эшләргә?
Социаль карталарҙың Башҡортостан регистрында аңлатыуҙарынса, хәл итеү юлдары бар:
– виртуаль картанан баш тартып, пластик картаға күсергә мөмкин,
– “Алға” картаһын санкция исемлегендә булмаған банк картаһына бәйләргә була – был бер нисә минутты ала.
Әгәр ауырлыҡтар тыуһа, бәйләнеш-үҙәк операторҙары 8(800) 347 11 11 телефоны буйынса ярҙам итәсәк йәки мобиль ҡушымта техник ярҙам чаты аша.
MIR Pay сервисын файҙаланырға мөмкин – смартфон ярҙамында контактһыҙ түләү өсөн илебеҙҙең ҡушымтаһы ярҙамында. Уны Рәсәйҙә эшләгән төп банкттар хуплай.
Фото: Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге.