Ҡамашиҙелә өс кенә йорт булһа, Сурашта – 200 самаһы, Солтанбәктә иһә 480-гә яҡын кеше йәшәй. Ауыл биләмәһенә ингән ошо өс төйәк араһындағы бындай айырма нигеҙен, һис һүҙһеҙ, ҡеүәтле зат-тоҡомдар билдәләй. Изге еренең бөгөнгөһөн иңенә йөкмәп, киләсәккә ырыҫтан юл һалып алға барған солтанбәктәрҙең көсө нәҡ күслелегендә – ишле, ныҡлы тамырлы нәҫелдәрҙә.
Ағалы-ҡустылы бер туғандар – тыуған төйәк терәге
Ләйсән менән Данис Суфияновтар – Солтанбәктең заманса йөҙөн билдәләгән йәш ғаилә. Бөгөнгө ауылдарҙы үҫтереү, асылыбыҙҙы, тарихи тамырҙарыбыҙҙы һаҡлау буйынса оҙон сығыштар яһағансы, тоторға ла ошо Суфияновтарҙы өлгө итеп күрһәтергә була. Ысынлап та, бөтөн яҡтан үрнәк улар: икеһе лә дин юлында, алты бала үҫтерәләр. Алла бирһә, етенселәре тыуырға тора. Йорттары хәҙерге заманса, иркен, күпләп мал тоталар, ғаилә башлығы шулай уҡ башҡорт аттары алып үрсетә башлаған, район, республика кимәлендәге төрлө милли бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша, маҡсаты – ауылдарында туризм эшен йәйелдереү... Өҫтәүенә, Ләйсән дә, Данис та йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. Күп йәһәттән башлап йөрөйҙәр: ҡатыны, ағинәйҙәр ҡорон ойоштороп, уға оҫта етәкселек итһә, ире көслө зат вәкилдәренән ошондай берләшмә төҙөү ниәтен бойомға ашырмаҡсы. Балалары ла ата-әсәһе менән гел бергә, һәммәһе лә бәләкәйҙән ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып, барыһын күреп-белеп, төшөнөп үҫә.
...Күрше ауылда бер класта уҡып, үҫмер саҡта ғашиҡ булышып, мәктәпте тамамлағандан һуң оҙаҡ тормай өйләнешә улар. Солтанбәктә төпләнәләр. Әммә эш юҡлығы аяҡҡа баҫырға мөмкинлек бирмәй. Ике балалары тыуып, атайлыҡ бурыстары артҡас, сәмсел Данис тәүәккәл аҙым яһай: вахта ысулы буйынса Себерҙә эшләй башлай.
– Быраулаусы булдым. Аҙға ғына тип ниәт итһәм дә, ҡырҙа 12 йыл эшләп ташланым, – ти ул бөгөн. – Барыһы ла тыуған еребеҙҙә матур, ныҡҡа таянып йәшәү өсөн булды – аҡса туплап алып, ситкә китеү уйы бер ҡасан да тыуманы. Бәләкәйҙән шундай һабаҡ алып үҫкәнбеҙ – “олтан булһаң да, Солтанбәктә ҡал”.
Ата-әсәнең ошондай тәрбиәһе бөгөнгө ауылға ҡеүәт биргән: Суфияновтарҙың дүрт улы ла – Илһам, Раушан, Данис, Нәзим – тыуған ерендә төйәкләнеп, уның ышаныслы терәк-таяныстары булып тора, ғаиләләре ишле. Ҡыҙҙары Дилбәр генә күрше Ҡариҙел районында кейәүҙә. “Һеҙҙе үҫтерҙек, башлы-күҙле иттек, хәҙер үҙебеҙ өсөн йәшәйбеҙ” – бөгөнгө ҡайһы бер ата-әсә шулай фекер йөрөтһә, Рәйсә менән Вәлинур Суфияновтар өсөн ундай уйҙар бөтөнләй ят. Ғүмер буйы балаларым тип йәшәгән улар, хәҙер ҙә шулай. Өлкән йәштә булһалар ҙа, күп итеп умарта тоталар. Беренсе алынған балды йыл да балаларына өләшеүҙәре ғаилә йолаһына әүерелгән. Килендәре Ләйсән әйтеүенсә, ҡайны-ҡәйнәһенең был ғәмәлен бәләкәй Суфияновтар әле үк ҡабатлай: “ғаилә” уйынында бер-береһенә бал бирешеп ҡыуанышалар. Мул ҡуллы олатай менән өләсәйҙең кеҫәләре лә һис ҡасан буш булмай – ейән-ейәнсәрҙәрен ҡайҙа ғына осратһалар ҙа, иң тәүҙә тәмлекәс сығарып тотторалар. “Биргән ҡулда – бәрәкәт, тигәндәй, ошондай тәрбиә аша нәҫелебеҙҙең, тыуған төйәгебеҙҙең алдағыһын да хәстәрләй ҡайным менән ҡәйнәм: яҡшылыҡ, күңел йылыһы, туғансыллыҡ булған ерҙән бер ҡайҙа ла китке килмәй бит. Ҡырҙа ниндәй генә “алтын-көмөш” көтөп тормаһын, изге ерең үҙенә тартасаҡ”, – ти ҡайны-ҡәйнәһен ихлас яратҡан, үҙе лә ошондай күркәм ғаиләлә үҫкән Ләйсән.
Эйе, “алтын-көмөшлө” ер түгел Солтанбәк. Әммә уның тарихи, милли ҡиммәте алдында бар байлыҡтар сүп кенә. Ут ғазабы ла һындыра алмаған рух ҡиммәт бында, ул быуындар күңеленә тәрән уйылған. Вәлинур Суфиянов кеүек аҡһаҡалдарҙың бөгөн ошо мәңгелек аманатты ейәндәренә еткерергә ынтылған сағы. “Алтмыштағынан алда алтылағын уйла”, – ти ул гел. Аңлатыуынса, алты йәштә өлкәндәрҙең күңел йылыһын тойған бала алтмышта меҫкен, кеше көнлө булып ултырмаҫ – һәр нәмәгә бәләкәй саҡтан нигеҙ һалына. “Ҡайны-ҡәйнәмдең ошондай һабаҡтарын өйҙә генә түгел, эштә лә иҫемдән сығармайым, – ти Ләйсән Марат ҡыҙы. – Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булғас, тотош ауыл балаларының тормошҡа тәүге аҙымдарын яһатабыҙ – бындай оло бурысты атҡарғанда өлкәндәрҙең аҡылы баһалап бөткөһөҙ ҡиммәт. Эштә беҙ – Наилә Ибәтулла ҡыҙы, килендәшем Фәнзиә Ҡәҙим ҡыҙы, музыкаль етәксе Мәүзәлиә Ғәзинур ҡыҙы һәм мин – Солтанбәктең йәш быуыны иң беренсе тыуған ерен һөйһөн, тип тырышабыҙ. Бәләкәй тип тормай, сабыйҙарҙы ауылдағы барлыҡ сараларҙа ҡатнаштырыуыбыҙ ҙа – ошо ниәттән”.
Алла бирһә, етенсе балаға әсәй булырға йыйынған Ләйсән Марат ҡыҙының, урында Ағинәйҙәр ҡоро булдырып, уларҙың эшен ҙур әүҙемлек менән алып барыуы ла, һис һүҙһеҙ, Солтанбәк өсөн оло әһәмиәткә эйә. Бындағы ҡатын-ҡыҙҙар үҙ иңенә ауылдың ысын инәйҙәре бурысы ятҡанын тойоп, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашып ҡына ҡалмай, ә белгәндәрен килендәргә, бәләкәй ҡыҙҙарға ла ихлас өйрәтә.
Кис ултырып, халҡыбыҙға борондан хас ҡул эштәре менән шөғөлләнеү, ошо ерҙәрҙә үҫкән шифалы үләндәрҙе файҙаланыу алымдарын үҙләштереү, онотола барған йыр-бейеүҙәрҙе иҫкә төшөрөп, уларға яңы һулыш бирергә тырышыу һәм башҡа бурыстарҙы бергәләп атҡара инәйҙәр. Ләйсән Марат ҡыҙы был күркәм ғәмәлдәрҙең күбеһен социаль селтәргә лә ҡуя барғас, ауылдың бөгөнгө тормош-көнкүреше менән теләгән һәр кем таныша ала, һоҡланыуын белдереп, солтанбәктәргә дәрт-дарман өҫтәй.
Атайҙар ҡоро, ат, туризм...
Ир-егеттәр, атайҙар ҡоро ла кәрәк, ти урындағы халыҡ. Бындай тәҡдим менән Ләйсәндең ире Данис Суфиянов сығыш яһаған. “Ағинәйҙәр ҡороноң ғына эшләүе етмәй, – ти ул. – Ауыл – шул уҡ ғаилә. Уның әсәһе, өләсәһе генә түгел, атаһы, олатаһы ла булырға тейеш. Әлбиттә, аҡһаҡалдарыбыҙ һәр эштә кәңәшсе, терәк-таяныс булып тора. Шулай ҙа ҡор төҙөп, уларҙың көсөн берләштерһәк, йәштәрҙе лә ылыҡтырһаҡ, һөҙөмтә күпкә яҡшыраҡ булыр, тигән ышаныстамын”.
Данис Вәлинур улы үҙе бөгөн, алда әйтелгәнсә, күпләп мал тота, хәҙер инде башҡорт аттары ла алған.
– Йылҡы малын электән яраттым, әммә быға ҡәҙәр ул шөғөлгә тотоноу мөмкинлеге сыҡмай торҙо, – ти йүнсел. – Районыбыҙҙың Ҡарткиҫәк ауылында бер ҡәрҙәшебеҙҙең башҡорт аттары алып, республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаша башлағанын күргәс, күңелдә күптән йөрөгән дәртте “ауыҙлыҡлап” булманы: ошо шөғөлгә тотонорға ҡарар иттем. Әле өйрәнеү осоро бара. Алла бирһә, “Терра-Башҡортостан” турнирҙарына йөрөй башларға иҫәп. Киң майҙанда үҙебеҙҙең Асҡын, Солтанбәк данын яҡлау теләге менән көн дә янам!
Данис әйтеүенсә, уларҙа бесәнлек менән проблема юҡ, буш ятҡан ерҙәр байтаҡ – таҙартып алыу ғына шарт. Шул уҡ ваҡытта Солтанбәк тирәһендә тарихи урындар, тәбиғәт ҡомартҡылары ғәйәт күп. Ошоно иҫәптә тотоп, йәш милләттәшебеҙ тыуған төйәгендә туризм менән дә шөғөлләнмәксе. Башҡорт аттарын алыуы шуға ла бәйле. “Шанлы тарих эҙҙәре ярылып ятҡан еребеҙ үҙе үк туристарҙы ылыҡтыра – быны күптәр раҫлай”, – ти Данис Вәлинур улы.
Туризм менән спорт айырылғыһыҙ: алты бала атаһы төрлө урындарҙа үткән ярыштарҙа ла даими ҡатнаша. Мәҫәлән, күптән түгел Туймазыла уҙған “Бәйге”лә көсөн һынап ҡайтҡан. Ауылда үткәрелгән сараларҙа спорт ярыштарын һәр ваҡыт үҙе ойоштороп алдан йөрөй. Урманға сыҡҡанда ғына түгел, Солтанбәк урамдары буйлап та “Буран” ҡаргиҙәрендә генә елеүе – ирек, киңлек, тиҙлек һөйөү асылынандыр.
* * *
Йәш ғаилә – күптән дин юлында. Балалары Айһылыу, Лилиә, Динислам, Гүзәл, Ильяс, Әминә бәләкәйҙән ошондай мөхиттә үҫә. Ләйсән менән Данистың ике яҡтан да ата-бабалары динле кешеләр булған. Бер туғандары ла ошондай юлды һайлаған. Данис Вәлинур улы әле ауылдағы мәсеттә имам-хатиптың ярҙамсыһы ла булып йөрөй, дини сараларҙа, Иман йортонда дауам иткән төҙөлөш барышында әүҙем ҡатнаша, мәсетте йылытыу, эргә-тирәһен таҙартып тороу һәм башҡа көндәлек бурыстарҙы ихлас атҡара.
...Бына бөгөн кис атай-әсәй йортона ҡунаҡҡа йыйына улар. Бар туғандар, балалар менән бергә. Ғәжәп йомарт, киң күңелле, хәстәрлекле Рәйсә менән Вәлинур Суфияновтар улдарының ғаиләләрен шулай йыш ҡына саҡырып алыусан. Ҡунаҡҡа ла, өмәләргә лә күмәкләп йәһәт кенә йыйыла һала улар. Туғандар араһындағы ошондай берҙәмлек, татыулыҡ тыуған төйәктең артабанғы яҙмышын да яҡтыраҡ, ышаныслыраҡ итә.
Дилбәр ИШМОРАТОВА.
Асҡын районы.