Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2022, 19:30

Республикаға Украинанан ҡайғылы хәбәр килде...

Һәләк булған егеттәр Ейәнсура һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан...

Республикаға Украинанан ҡайғылы хәбәр килде...
Республикаға Украинанан ҡайғылы хәбәр килде...

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк ойошмаһының конференцияһы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика етәксеһе сығышын ҡайғылы яңылыҡ менән башланы.

– Украинала Ейәнсура районынан өлкән лейтенант Алексей Кондратьев хәрби поста һәләк булған. Офицер ултырып барған автомобиль ауыр юл-транспорт ваҡиғаһына осраған. Иҫәнғол ауылында уның ата-әсәһе, ҡатыны һәм биш айлыҡ сабыйы ҡалды... Ҡырмыҫҡалы районынан өлкән сержант Кузьма Николаев хәрби бурыс үтәгәндә һәләк була. Беҙ мәрхүмдәрҙең туғандарының, яҡындарының, хеҙмәттәштәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләрен ташламаясаҡбыҙ, тейешле ярҙам күрһәтәсәкбеҙ.

Украина биләмәһендә махсус операцияла ҡатнашҡан беҙҙең яугирҙәр хәрби бурыстарын ҡаһармандарса үтәй – ысын геройҙар. Беҙ уларға бөгөн “Беҙ һеҙҙең менән, егеттәр! Һеҙҙең менән бөтә Рәсәй” тип әйтәбеҙ, – тине сығышында Радий Хәбиров.

Конференцияла ҡатнашыусылар өлкән лейтенант Алексей Кондратьевты һәм өлкән сержант Кузьма Николаевты бер минут тын ҡалып иҫкә алды.

Фото: Олег Яровиков.

Республикаға Украинанан ҡайғылы хәбәр килде...
Республикаға Украинанан ҡайғылы хәбәр килде...
Республикаға Украинанан ҡайғылы хәбәр килде...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: