Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2022, 20:45

Шайморатов вариҫтары үҙенекеләрҙе ташламай

– Мөһим эштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт. Был гуманитар йөктө тулыһынса беҙҙең халыҡ йыйҙы, – тине Радий Хәбиров гуманитар ярҙамды оҙатҡанда.

Шайморатов вариҫтары үҙенекеләрҙе ташламай
Шайморатов вариҫтары үҙенекеләрҙе ташламай

Бөгөн Башҡортостан халҡы 75 тонна гуманитар ярҙам йыйып, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына оҙатты. Йөк автомобилдәре колоннаһы Өфөнөң “Торатау” конгресс-холы эргәһенән ҡуҙғалды.

Гуманитар ярҙамды йыйыуҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы 63 бүлексәһе әүҙемселәре ойошторҙо.

Автопоездар республика етештереүселәренән он, шәкәр, көнбағыш майы, ит консервалары, бакалея кеүек аҙыҡ-түлек алып бара. Ҡаптарҙа һәм пакеттарҙа – йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек, ҡаралты кәрәк-яраҡтары, кейем, шәхси гигиена әйберҙәре. Шулай уҡ балалар аҙығы ла бар.

– Әлеге еңел булмаған осорҙа Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикалары халҡына ярҙам итергә тейешбеҙ. Улар беҙҙең өсөн – туғандар. Булышлыҡ ҡылыуыбыҙ тәүге тапҡыр түгел. Иң фажиғәле мәлдәрҙә лә улар менән бергә булдыҡ. Луганск – беҙҙең республика өсөн изге урын. Унда бөйөк яҡташыбыҙ - легендар комдив, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ерләнгән. Донбасс халҡы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарыбыҙҙың ҡәберҙәрен ҡәҙерләп тәрбиәләп тора, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Донбасс халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйыуға булышлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙға рәхмәт белдерҙе.

– Мөһим эштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт. Был гуманитар йөктө тулыһынса беҙҙең халыҡ йыйҙы. Барлыҡ республиканан машиналар килде. Икенсе юлы яңы колоннаны төбәк Хөкүмәте ярҙамында оҙатасаҡбыҙ. Бөтә водителдәргә лә хәйерле юл теләйбеҙ! – тине Радий Хәбиров гуманитар ярҙамды оҙатҡанда.

Республика Башлығы был хаҡта социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә лә яҙҙы:

“Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикалары халҡы осраған ғәҙелһеҙлеккә, бәләгә етди ҡарайбыҙ. Донбасста хәл насарайыуы тураһында тәүге хәбәрҙәр килгәс, эвакуацияланғандар өсөн ике мең урын әҙерләнек. Луганск һәм Донбасс республикалары халҡына ярҙам йыйыу буйынса Йәмәғәт штабы эше дауам итә, ярҙам күрһәтергә теләгән һәр кем унда мөрәжәғәт итә ала.

Бөгөн ҡуҙғалған йөк автомобилдәренә генерал Шайморатовтың портретын ҡуйҙыҡ, милләтселәрҙән Донбассты азат итеү көрәшендә үҙ ғүмерен биргән шәхесте – был Луганск һәм Донецк ере нацизмдан мотлаҡ ҡотоласағын сағылдырған билдә. Шайморатов вариҫтары үҙенекеләрҙе ташламай".

Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайты, Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: