Бөгөн 4 мартта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ағиҙел йылғаһы буйында Өфөлә туристик-мәғлүмәт үҙәктәре төҙөү мәсьәләһе буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе.
– Һуңғы йылдарҙа яр буйы яҡшы форма һәм һыҙаттарға эйә булды, хәҙер уны “йәнләндереү” бурысы тора. Кешеләр бында уңайлы шарттарҙа ял итә алырға тейеш, – тине Андрей Назаров. – Май урталарынан Ағиҙел йылғаһы буйлап Салауат Юлаев һәйкәленән Сипайлово биҫтәһенә тиклем яңы суднолар йөрөй башлау тураһында инвестор менән һөйләшеп килештек.
Премьер-министр, халыҡҡа һәм туристарға уңайлы булһын өсөн Өфөлә дүрт туристик-мәғлүмәт үҙәге төҙөләсәк, тип өҫтәне. Ул үҙенә күрә сервис хеҙмәте буласаҡ, унда ял итеүгә, музей комплекстарына, сувенир продукцияһына билеттар һатып алырға, урындағы туристик маршруттар, иҫтәлекле урындар, үткәрелгән саралар, күңел асыу саралары тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин буласаҡ. Үҙәктәр Салауат Юлаев һәйкәле янында, Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге ҡарау майҙансығында, Каруанһарайҙа һәм Сипайлово биҫтәһендә урынлаштырыла. Беренсе нөктәлә шулай уҡ күп функциялы причал төҙөләсәк. Бында пассажирҙарҙы ултыртыу һәм төшөрөү өсөн хәүефһеҙ шарттар, шулай уҡ көтөү һәм кафе өсөн уңайлы зоналар ойоштороласаҡ.
– Ике аҙнанан туристик-мәғлүмәт үҙәктәре концепцияһын раҫларбыҙ һәм шунда уҡ уларҙы әҙерләүгә тотонорбоҙ. Тиҙ төҙөлгән конструкцияларҙан йыясаҡбыҙ, республиканың милли стилендә биҙәйәсәкбеҙ, - тине Андрей Назаров.
Проектты “Ағиҙел Флот” суднолар компанияһы (“Ал елкәндәр” компаниялар төркөмөнә инә) тормошҡа ашыра. Генераль директор Кирилл Евдокимов һүҙҙәренсә, экскурсия ташыуҙарын ойоштороуға инвестициялар күләме 230 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк, 50-ләп яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=55162
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.