Миңзәлә мәктәп эскәмйәһенән ауылдашы, үҙенән ике йәшкә өлкән Ғәлимгә эскерһеҙ йәш күңеле менән ғашиҡ булыуын бөгөнгөләй хәтерләй. Тик күп ҡыҙҙарҙы йоҡоһоҙ ҡалдырған бөҙрә сәсле егеттең генә унда эше булманы. Береһенән-береһе һылыуҙар тирә-яғың тулы булғанда, ҡаҡса ғына, ҡыйыуһыҙ, шымтай ҡыҙға ҡарайһы буламы! Ә армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Миңзәләнең мода журналдарындағы ҡупшы ҡыҙҙар кеүек танымаҫлыҡ үҙгәреүе егеттең иғтибарынан ситтә ҡалманы.
Бына һиңә йомоҡ Миңзәлә, телгә лә үткерләнгән, мөләйем йөҙөнән йылылыҡ бөркөлә, кейемдәре ниндәй килешле! Ҡалала уҡып йөрөгән ҡыҙҙың ялға ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөүен, уны күреүҙән тулҡынланыуын, мөхәббәт утының уға ла ҡағылыуын егет үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Ҡыҙҙың күңелен оҙаҡ яуларға тура килмәне. Миңзәлә техникумды тамамлау менән геүләтеп туй үткәрҙеләр.
Ғәлимдең ата-әсәһе, килендәрен яҡын күреп, яратып ҡаршы алды, йыл буйы килешеп, аңлашып йәшәнеләр. Тик йәш ғаиләлә сабыйҙың тыуыуына, өҫтәмә мәшәҡәттәр артыуына, бәләкәстең тынлыҡты боҙоп, теләгән ваҡытында илауына, ҡайһы ваҡытта сирләп мыжыуына ололар ҙа, ғаилә башлығы ла әҙер булмай сыҡты.
– Аҡырғанын ишетмәйһеңме ни, тыҡ өнөн, – тип екеренеүҙән тартынманы ир, – һаман тамаҡҡа әҙер түгел!
– Әллә ниндәй көйһөҙ бала был, минекеләр һис тә былай мыжыҡ булманы, – тип утҡа май һибергә онотманы ҡәйнәһе.
Ғәлим, ҡатынының йөҙҙәре һурылып китеп, ябыға төшкәнен, күҙҙәрендә элекке нурҙарҙың уйнамауын күреп, уның йәненә тейеүҙән дә тартынмай. Бер саҡ хатта: “Һинең менән кеше араһына сығырға ла оят. Күпме халатта йөрөргә мөмкин, ана, әхирәтең Зәкиәгә ҡара, ике бала әсәһе һаман да ҡурсаҡтай кеүек”, – тип үртәргә тырышты. Эйе, әхирәте бәхетле, ире өрмәгән ергә ултыртмай, балаларын өләсәй-олатайҙары ҡарашҡас, эшенә лә иртәрәк сыҡты.
Түҙемлектең дә сиге бар, һөйөү утының да һүрелеп, көл-күмергә әүерелеүе ихтимал. Миңзәлә яҙмыш һынауын үтә алманы, ата-әсәһе эргәһенә ҡайтып китергә мәжбүр булды. Бер нисә айҙан иренең өйләнергә йөрөгәнен ишетһә лә, һис тә әрнемәне, киреһенсә, күңеле бер аҙ тынысланды. Тик ата-әсәһенең йөрәге генә йылдар үткән һайын нығыраҡ һыҙланды. Яратҡан ҡыҙҙарының күреп туя алмаған берҙән-бер ейәндәре менән ошо ҡыҫынҡы фатирҙа көн итеүе бәхетме ни, яңғыҙы ҡартая бит инде, тип көйөндө ололар.
Күрше йортҡа ике балаһы менән күсеп килгән өрлөктәй кәүҙәле, мыҡты ирҙең Миңзәләгә күҙ һалыуын һиҙгәс, улар үҙҙәренең кейәүгә бирергә риза булыуын ҡыҙҙарына белдерә һалды. Миңзәлә ҡаршы төшмәне, сөнки тар фатирҙа ата-әсәһе менән йәшәү елһеткәйне инде. Мәхмүт уңған, алтын ҡуллы ир булып сыҡты, өҫтәүенә ҡатынына иғтибарлы, ярҙамсыл. Уртаҡ ҡыҙҙарының донъяға килеүе уларҙы тағы ла нығыраҡ яҡынлаштырҙы. Иң мөһиме, балаларҙы минеке-һинекенә бүлмәне, тигеҙ ҡараны.
Тормош яйға һалына башлағандай булғас, Миңзәлә дарыуханаға үҙ белгеслеге буйынса эшкә сыҡты. Мәхмүт йорттарына бына тигән ремонт яһаны, ғаиләләре менән күмәкләп ултырып йөрөргә машина алды. Балалары ла йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ, тырыштар. Мәхмүт торған һайын ҡатынға яҡыныраҡ була барҙы, Миңзәлә өсөн унан да ҡәҙерлерәк, һөйкөмлөрәк кеше юҡ кеүек. Мөхәббәттән һәм бәхеттән ҡатын күҙгә күренеп сәскә атты, әгәр уның менән осраҡлы ғына танышмаған йәки балалы ирҙең тәҡдимен кире ҡаҡҡан булһа... Ул хәҙер уйҙарынан үҙе тертләп китә.
Бер көн Миңзәлә янына элекке ҡәйнәһе лә хәл белешергә килеп китте.
– Ирем вафат булғандан һуң, бөтөнләй бәйҙән ысҡындылар, – тип килененә һәм улына зарланды ул, – мин хәҙер өйҙә хеҙмәтсе урынында. Йыйыштырам, йыуам, ашарға әҙерләйем, бер йылы һүҙ ҙә ишеткәнем юҡ. Бик ҡыйын, Миңзәлә, миңә...
Кискеһен ҡатын ҡәйнәһенең ауыр хәлен иренә һөйләмәй булдыра алманы:
– Бик йәл бит, ни тиһәң дә, улымдың өләсәһе. Мин уға асыу тотҡаным да юҡ.
Мәхмүт көтмәгәндә:
– Әллә үҙебеҙгә алайыҡмы, тип әйтергә теләйһеңме? Белеп торам, тап шулай уйлайһың. Мин әсәйле булырға риза, – тип йылмайҙы. – Бер тәрилкә аш йәлме ни оло кешегә? – тип мәсьәләгә нөктә ҡуйҙы.
Хәҙер Миңзәлә яңынан ҡәйнәле, балалар өләсәйле, ире Мәхмүт әсәйле. Тормошта нимә генә булмай...
Динә Арыҫланова