Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2022, 17:45

Ышанмағыҙ, Рәсәйҙән ситкә сығыу сикләнмәй

Селтәрҙә Рәсәйҙән осҡан ҡайһы бер самолет рейстарын туҡтатыуҙары тураһындағы яңылыҡ киң таралыу алды.

Ышанмағыҙ, Рәсәйҙән ситкә сығыу сикләнмәй
Ышанмағыҙ, Рәсәйҙән ситкә сығыу сикләнмәй

Социаль селтәрҙә Рәсәйҙән осҡан ҡайһы бер самолет рейстарын туҡтатыуҙары тураһындағы яңылыҡ киң таралыу алды. Граждандар илде ташлап китә алмаһын өсөн осоштарҙы тыйғандар, тип яҙа Украина телеграм-каналы.
Мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй, тип хәбәр итә войнасфейками.рф порталы. Граждандар өсөн Рәсәйҙән ситкә сығыу йәһәтенән бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ.


Төн уртаһынан алып иртәнге 8-гә тиклем баш ҡала аэропорттарынан ғына Дели, Баҡы, Дубай, Улан-Батор, Тель-Авив, Мале, Сәмәрҡәнд, Анталья, Белград, Ереван, Хургада, Истанбул, Бешкәк, Фирғәнә, Нурсолтан, Бохара һәм Минск ҡалаларына самолеттар осҡан.


3 мартта Новосибирскиҙан Ереванға юлланған S7 авиакомпанияһы самолеты менән ысынлап та сетерекле хәл булды. Самолет һауаға күтәрелгәс, документтарында проблема булыуы асыҡланды. Уны Минеральные водыла ултырттылар. Мәсьәлә хәл ителгәс, VP-BSL борты пассажирҙарҙы Ереванға имен-аман алып барып еткерҙе. Әрмәнстанда һауа судноһын ҡулға алыу тураһындағы мәғлүмәтте урындағы власть кире ҡаҡты.

“Самолетты ҡулға алыу тураһындағы хәбәр дөрөҫлөккә тап килмәй”, – тип белдерҙе транспорт өлкәһендәге сәйәсәт идаралығы начальнигы Вардан Чилингарян.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: