Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2022, 22:15

Айҙар Ғәлимовтың биографияһының был өлөшөн беләһегеҙме?

Башҡортостандың халыҡ артисы йырҙарын бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар тыңларға ярата.

Айҙар Ғәлимовтың биографияһының был өлөшөн беләһегеҙме?
Айҙар Ғәлимовтың биографияһының был өлөшөн беләһегеҙме?

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“Популяр йырсы Айҙар Ғәлимов 32 тапҡыр парашюттан һикергән, сөнки ул – гвардия старшинаһы, СССР Хәрби көстәренең 7-се гвардия һауа-десант дивизияһында хеҙмәт иткән, ике миҙал менән наградланған.

Барыһы ла артист биографияһының был өлөшө хаҡында белмәй. Әрме хеҙмәтенән һуң уның ижади тормошо башланған, әммә ул бала саҡтан йырларға, баянда уйнарға яратҡан. Буласаҡ музыкант Ҡаҙағстанда тыуған, әммә бер йылдан ғаилә тыуған райондары Миәкәгә ҡайтҡан.

Айҙар Ғәлимовтың күптән инде миллионлаған тамашасыһы бар. Башҡортостандың халыҡ артисы йырҙарын бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар тыңларға ярата. Кешеләргә уның мелодиялы, интеллигентлы башҡарыуы оҡшай. Бөгөн йырсы репертуарында - башҡорт, татар, рус, инглиз телдәрендә бер нисә йөҙ йыр. Күп композияциялары башҡорт-татар эстрада йырының алтын фондына ингән.

Айҙар Ғәлимов Салауат Юлаев ордены менән наградланды. Ғорурланабыҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Ғорурланырға сәбәп бар” проекты – Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының берлектәге проекты. Унда теләге булғандар барыһы ла ҡатнаша ала. поводгордиться.рф сайтына инегеҙ, махсус форманы тултырығыҙ – үҙегеҙҙең ғорурланырлыҡ сәбәбегеҙ хаҡында һөйләгеҙ – ветерандар, ябай хеҙмәтсәндәр, герой балалар, ысын ғәмәлдәр һәм изге эштәр тураһында. Геройҙың фотоһын һалырға, үҙегеҙҙең контакттарҙы күрһәтергә онотмағыҙ. Кем менән ғорурланырға теләгәнегеҙҙе тотош ил беләсәк”.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөндәге видеонан скриншот.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: