Тышта ниндәй генә бурандар ҡотормаһын, тик март етеп, иң күркәм байрам – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө етә башлаһа, һәр кемдең күңелендә яҙ етә, йылы хистәр уяна. Шуғалыр ҙа был байрамды һәр кем көтөп ала. Йола буйынса байрам алдынан Өфөләге “Торатау” Конгресс-холында ҙур сара ойошторола. Унда бар республиканан иң уңған, иң һәләтле, иң эшлекле һәм иң һылыу гүзәл заттары йыйыла. Быйыл да матур йолаға хыянат итмәнеләр: бер ниндәй шарттарға ҡарамай байрам кисәһе ойошторолдо.
Ысынлап, әле март бураны ажғыра, ә бында байрам. Конгресс-холдың эсенә килеп инеү менән күңелдәр күтәрелә. Бында һәр гүзәл затты ыҡсым хәрби формалар кейгән кадеттар ҡаршы ала. Улар һәр кемгә инеү менән сәскә гөлләмәһе бүләк итә, матур һүҙҙәр әйтеп, ҡотлай. Фойела оркестр матур көйҙәр уйнай. Төрлө һөнәр эйәләре булған эшлекле ҡатын-ҡыҙҙар, күп балалы әсәләр, ветеран апай-инәйҙәр – залда кемдәр генә юҡ.
Матур ҡатын-ҡыҙҙарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Ул 8 Март көнөн әллә ҡасандан бөтәбеҙҙең дә яратҡан байрамына әйләнде тине.
– Һеҙ, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, донъяға яңы тормош бүләк итеүселәр. Ғаиләләребеҙҙә йәм һәм үҙ-ара аңлашыу булдыраһығыҙ. Мөхәббәт һәм матурлыҡты, изгелек һәм наҙлылыҡты, әсә зирәклеген сағылдыраһығыҙ. Балаларға туған телен һәм мәҙәниәтен, Ватанға һөйөү хисен һаҡлағыҙ һәм тапшырығыҙ. Һеҙ үҙегеҙҙе бала тәрбиәләүгә, йорт мәшәҡәттәренә бағышлайһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта байтаҡ һөнәрҙәрҙә уңыштарға өлгәшәһегеҙ. Һеҙ изге эштәрҙә, хәйриәлә үҙегеҙҙең көслө яҡтарығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, республика үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, был тантаналы сара башланыр алдынан ғына республиканың күп балалы әсәләренә дәүләт наградалары тапшырылған. Уларҙың бөтәһе лә әлеге сараға ла саҡырылған. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, беҙҙең халыҡтың төп байлығы – ҙур ғаилә.
– Республикабыҙҙа 50 меңдән ашыу күп балалы ғаилә булыуы менән ғорурланабыҙ. Герой-әсәләрҙең барыһына ла ихлас рәхмәтемде белдерәм. Ныҡлы ғаилә, бәхетле әсәлек – дәүләт тотороҡлолоғоноң, дөйөм алғанда ил үҫешенең төп шарттарының береһе. Президент Владимир Владимирович Путин күп тапҡырҙар, ғаиләгә, әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам итеү – дөйөм милли бурыс, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды, – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров белдереүенсә, беҙҙең республикала ҡатын-ҡыҙ балаһын бәхетле һәм сәләмәт итеп үҫтерһен өсөн бөтәһе лә эшләнә. Мәктәптәр, балалар баҡсалары, поликлиникалар, спорт һәм мәҙәни үҙәктәр төҙөлә. Бер нимәгә лә ҡарамай был эш дауам итәсәк. Шулай уҡ мәктәптә туҡланыу, дөйөм алғанда балаларҙың һаулығына ҙур иғтибар бирелә. Был һаман дауам иткән пандемия шарттарына айырыуса мөһим.
Башҡортостан Башлығы медицина хеҙмәткәрҙәре булып эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы айырым тәбрикләне. Улар еңел булмаған шарттарҙа ла бар йөрәктәрен биреп кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын ҡотҡара.
Радий Хәбиров айырым рәхмәт һүҙҙәрен Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтып, үтә ауыр һынауҙарҙы сыҙамлыҡ менән кисергән ҡатын-ҡыҙ һуғыш ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә еткерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе һаулығы ҡаҡшау сәбәпле ошондай сараларҙа ҡатнаша алмай. Әммә беҙ уларҙы ҡотлайбыҙ, улдар һөйөүе менән яратабыҙ һәм ҡосаҡлайбыҙ, тине республика етәксеһе.
– Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел йылыһы теләйем. Ҡатын-ҡыҙ, әсәлек бәхете насип итһен. Янығыҙҙа һеҙҙе яратҡан һәм һеҙ яратҡан кешеләрегеҙ булһын. Улар һеҙҙе иғтибар һәм хәстәрлек менән ҡыуандырһын! Барлыҡ изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Бәхетле булығыҙ! Беҙ бөтәгеҙҙе лә ныҡ яратабыҙ! Һеҙҙе бер туҡтауһыҙ ҡәҙерләйбеҙ! – тине ул.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.