Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2022, 13:30

Иң мөһиме - берҙәмлек!

Бер-беребеҙҙе ишетеп, аңлап, ярҙам ҡулы һуҙып йәшәргә кәрәк, ти Лилиә Ғүмәрова. 

Иң мөһиме - берҙәмлек!
Иң мөһиме - берҙәмлек!

Бөгөн Өфөләге “Торатау” Конгресс-холында Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған ҙур тантаналы сара үтә. Унда бар Башҡортостандан алдынғы ҡарашлы, һәләтле, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды. “Башҡортостан” гәзите хәбәрселәре Башҡортостандан Рәсәйҙең Федерация Советы сенаторы, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова менән аралашты. Ул барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы матур байрам менән ҡотланы һәм үҙенең теләктәрен еткерҙе.

– Мин беҙҙең гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға тәү сиратта һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек, тыныслыҡ теләйем. Әлеге көндәрҙә беҙҙең өсөн иң мөһиме – берҙәмлек. Бер-беребеҙҙе ишетеп, аңлап, ярҙам ҡулы һуҙып йәшәргә кәрәк. Элек-электән күп милләтле Рәсәй халҡы бер ниндәй шарттарҙа ла төшөнкөлөккә бирелмәгән, берҙәм булған, бер-береһенә таяныс булып йәшәгән, ихтирамлы булған. Бөгөн дә ошо сифаттар һаҡлана. Илебеҙҙә һәм донъяла тыныслыҡта, татыулыҡта йәшәйек. Яҙҙың иң матур байрамы мөбәрәк булһын! – тине Лилиә Салауат ҡыҙы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: