Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2022, 19:15

"Сабыр булайыҡ"

Билдәле спортсы Рима Баталова ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотланы.

"Сабыр булайыҡ"
"Сабыр булайыҡ"

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы ойошторолған тантаналы сарала күп тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы, етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова ла ҡатнашты.

Ул беҙҙең менән аралашып, ҡатын-ҡыҙҙарға күңел тыныслығы теләне.

– Күңелебеҙҙә яҙ булһын, ҡыҙҙар. Ғөмүмән, яҙ етһә, беҙҙең өсөн көн һайын байрам башлана: уянабыҙ, сәскә атабыҙ. Гүзәл заттар, сабыр булайыҡ. Өйөбөҙҙә йылы, уңайлы мөхит булдырайыҡ. Ғаиләбеҙ – ирҙәребеҙ һәм балаларыбыҙ өйгә күңеле менән ял итергә, көс алырға ҡайта, шуны онотмайыҡ. Матур йылмайыу, йылы аш, бөхтә итеп ҡаршы алһаҡ – бөтәһе лә бәхетле буласаҡ. Һәр кемгә һаулыҡ, тыныслыҡ, бәхет теләйем, – тине ул.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: