Бөгөн Өфөләге “Торатау” Конгресс-холы гөрләп торҙо. Унда республикабыҙҙың гүзәл заттарын Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрикләнеләр. Сарала алдынғы ҡарашлы, һәләтле, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды. Уларҙы байрам менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне һәм юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.
“Хеҙмәт ҡаһарманлығы” өсөн миҙалы менән Республиканың Ситуация үҙәге етәксеһе урынбаҫары Лилиана Дауытова менән Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева бүләкләнде. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына Күп функциялы үҙәк директоры Наталья Куприянова, табип-педиатр Фәйрүзә Латипова, Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Людмила Моторина, Өфө хосписы директоры Радмила Сурначева, Өфө ҡала Советы депутаты Ирина Сухарева, “Тамыр” студияһына нигеҙ һалыусы Луиза Фархшатова лайыҡ булды. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме “Мостай Кәрим” фонды директоры Әлфиә Кәримоваға бирелде. Ул барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотланы.
– Ҡәҙерле, әхирәттәр! Һеҙҙе был күркәм байрам менән ихлас ҡотлайым. Бөтә борсолоуҙарыбыҙ тиҙерәк юғалһын. Артабан да шатланып йәшәйек. Ғөмүмән, тик яҡшыға ғына ышанайыҡ. Сатнауһыҙ ҡояшҡа ҡарап йылмайып көн итәйек, – тине Әлфиә Мостай ҡыҙы.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ошо уҡ исемде алды.
Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән тимер юлы машинисы булып эшләй башлаған Рәсәйҙәге беренсе ҡатын-ҡыҙ Алена Миронава һәм баш ҡаланың 63-сө торлаҡ-эксплуатация идаралығы дворнигы Регина Исхакова бүләкләнде.
– Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел йылыһы теләйем. Ҡатын-ҡыҙ, әсәлек бәхете насип итһен. Янығыҙҙа һеҙҙе яратҡан һәм һеҙ яратҡан кешеләрегеҙ булһын. Улар һеҙҙе иғтибар һәм хәстәрлек менән ҡыуандырһын! Барлыҡ изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Бәхетле булығыҙ! Беҙ бөтәгеҙҙе лә ныҡ яратабыҙ! Һеҙҙе бер туҡтауһыҙ ҡәҙерләйбеҙ! – тине тантана һуңында Радий Фәрит улы.
Йола буйынса гүзәл заттар өсөн бик матур концерт сараһы үтте. Унда балалар ҙа, республикабыҙҙың алдынғы артистары ла сығыш яһаны.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.