8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә сираттағы конкурсты иғлан иткәйнек. “Уңған ҡатын, шәп әсәй” исеме өсөн көрәшеүселәрҙең береһе – Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан Гүзәл Ғәбитова.
Бала саҡтан ул бейеүгә ғашиҡ: атаһы гармунда уйнаһа, ул тыпырҙап бейергә төшөр булған. Мәктәптә уҡыған сағында "Гөрләүек" балалар бейеү ансамблендә шөғөлләнгән. Һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға ингән. Диплом алғас, артабан белем алыу ниәтендә БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетына уҡырға барған. Алты йыл ситтән тороп белем ала, бейеүҙе лә ташламай: Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбендә хореография уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Бер йылдан һуң район мәҙәниәт һарайына эшкә күсә. Әлеге ваҡытта "Гөлдәр" өлгөлө балалар бейеү ансамбленә етәкселек итә.
Ире – Мораҡ егете Наил – Ырымбур дәүләт университетының мәғлүмәт технологиялары факультетында белем алған. Егет әрме сафынан ҡайтҡас, бер-береһен осратҡан ике йәш йөрәк 2011 йылдың сентябрендә өйләнешкән. Әлеге ваҡытта Наил “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтендә һаҡ командаһы составында эшләй.
Ғәбитовтар тырышып, ике ҡатлы йорт һалып сыҡҡан. Татыу ғаиләлә ике ул үҫә: Эмиль – Мораҡ 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 3-сө, Йәлил 1-се класында белем ала. “Балаларыбыҙ үҙ көсөнә ышанып, маҡсатлы, тәүәккәл, һау-сәләмәт, иманлы, изгелекле булып үҫһен тип тырышабыҙ. Һәләттәрен үҫтереүҙә, спортҡа ылыҡтырыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ, ғаиләбеҙ менән саңғыла шыуабыҙ, йүгерәбеҙ, бассейнға йөрөйбөҙ, ярыштарҙа ҡатнашып призлы урындар яулайбыҙ, йыш ҡына тәбиғәт ҡосағына ял итергә сығабыҙ. Ғаиләм - ышаныслы терәгем, таянысым, байлығым. Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете - татыу, бәхетле ғаиләлә!” - ти Гүзәл.
Фотолар ғаилә архивынан.