Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында (халыҡ телендә - Вәзәм) Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан бик матур сара үтте.
"Әсә наҙы булды бүләгең" исем аҫтында ойошторолған байрамда ауылдың күп балалы, өлгөлө, шулай уҡ тәрбиәгә балалар алған әсәләрен тәбрикләргә район хакимиәте етәксеһе Рөстәм Шәрипов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова һәм башҡалар килде.
"Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашҡан был ауыл күркәм халҡы менән дан тота. Егәрле лә, дәртле лә вәзәмдәр был юлы ла байрамды юғары кимәлдә ойоштора алыуға өлгәште. Осрашыуҙан һәр кем күңел йылыһы, дәрт, илһам алып таралды.
Байрам хаҡында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған:
"Вәзәмдәргә барһаң, үҙеңде шул тиклем ялҡау тип хис итеп ҡайтаһың. Ҡасан бөтәһенә лә өлгөрәләрҙер?! 8 мартҡа бөтә ауыл менән йөкмәткеле сара әҙерләгәндәр. Уның араһында һигеҙ килолы бауырһаҡ, "Айыҡ ауыл" яҙмаһы менән тиҫтәләп бәлеш бешергәндәр. Һуҡҡан шәл-балаҫтары, кейеҙ ҡаталары, бәйләмдәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Был сараға башҡа ауылдарҙан эскелектән арынып, матур тормошҡа күсергә тырышып ятҡан ҡатындарҙы алып барҙыҡ. Илһам алғандарҙыр тип ышанам".
Сығанаҡ һәм фотолар: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы сайты.