Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2022, 10:45

Өфөлә - "Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" акцияһы

Кисә Өфө урамдарында автоуҙыш ойошторолдо.

Өфөлә - "Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" акцияһы
Өфөлә - "Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" акцияһы

Украиналағы хәлдәр бер кемде лә борсомай ҡалмай. Илебеҙҙең һәр ҡалаһында Рәсәй Ҡораллы көстәренә теләктәшлек белдергән автоуҙыштар ҙа үтә.

Ошондай сара кисә Өфөлә уҙҙы. Ойоштороусыһы - баш ҡалабыҙҙан Ярослава Майер. Уның белдереүенсә, ошо көндәрҙә Украинала махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан Рәсәй Ҡораллы көстәренә теләктәшлек күрһәтеүҙе үҙенең изге бурысы тип һанай. Социаль селтәрҙә был акцияның булыуы хаҡында иғлан ҡуйғас, ундан ашыу кеше үҙ автомобилдәре менән Телеүҙәккә йыйылған. Автоуҙышта ҡатнашыусылар техникаларын Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары, наклейкалар менән биҙәгән. Автомобилдәр колоннаһы Телеүҙәктән ҡаланың үҙәк урамдары буйлап Машина эшләүселәр бинаһына тиклем үткән.

Бындай автоуҙыштар республиканың район һәм ҡалаларында ла дауам итә.

Фото һәм сығанаҡ: "Молодежная газета" сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: