Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров Украинала барған махсус хәрби операцияға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
"Был хәл башҡа сара, башҡа юл булмағанлыҡтан башланды. Әгәр ҙә НАТО Украинала ҡорал туплаһа, беҙ, Рәсәй халҡы, нишләр инек? Украинала булған, унда төрлө илдәрҙән йыйылған нацистарҙы юҡ итергә кәрәк, улар булырға тейеш түгел. Һуғыш ваҡытынан алып беҙҙең күҙ алдында күпме этлек ҡылған, күпме халыҡты ҡырған улар!
Мин Владимир Владимирович Путиндың киҫкен, ныҡлы уйланылған ҡарарын хуплайым. Үҙебеҙҙең һалдаттарға, офицерҙарға, унда яфа сиккән Донецк һәм Луганск халҡына теләктәшлек белдерәм. Уларҙың рухтарын нисек тә күтәргем килә. Мин был хәлдән ситтә ҡала алмайым. Дәүләтебеҙ етәкселегенең был аҙымын хуплайым", - тип белдерҙе Фидан Ғафаров.
Фото: gorsovet-ufa.ru