

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында Украинала махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған өлкән лейтенант Алексей Михайлович Кондратьев менән бәхилләштеләр. Яугирҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм башҡалар ҡатнашты.
Юлда булыу сәбәпле, республика Башлығы Радий Хәбиров БЮТ каналында барған "Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе"ндә ҡатнаша алманы, шуға ла республиканың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарын яҡынлашып килгән байрам менән онлайн тәртибендә ҡотланы һәм ғәфү үтенде.
"Һеҙҙең менән бергә студияла була алмауым өсөн ғәфү үтенәм, сөнки мин әле Ейәнсура районында. Офицер Алексей Кондратьевты һуңғы юлға оҙаттыҡ. Мин барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың икенсе яртыһы булыуын теләйем, улар һәр саҡ яратып, яратылып йәшәһен, йәрҙәре менән оҙон, бәхетле ғүмер кисерһен, әсәлек һөйөүен татып, балалар үҫтерһен, уларҙың тәүге аҙымдарын күрһен. Минең өсөн, республика Башлығы булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙар - иң ышаныслы партнер. Уларҙағы яуаплылыҡ, эшкә ҡарата теүәллек, ентеклелек һоҡландыра. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙ етәкселәр менән ҙур теләктә эшләйбеҙ, киләсәктә гүзәл заттар власть структураһында тағы ла артасаҡ", - тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ төбәк Башлығы 6 мартта христиандарҙың иң ҙур байрамы (Прощёное воскресенье) икәнлеген дә иҫкә төшөрҙө һәм бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғәфү үтенде.
"8 Март байрамы беҙҙең өсөн өләсәйҙәр, әсәйҙәр, ҡатындарыбыҙ һәм ҡыҙҙар менән тығыҙ бәйле. Барлыҡ эштәребеҙ бары тик һеҙҙең өсөн, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар. Башҡортостанда алдынғы сафты биләйһегеҙ. Хөкүмәттебеҙҙә генә һигеҙ ҡатын-ҡыҙ эшләй. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем", - тип ҡотлауға ҡушылды Премьер-министр Андрей Назаров.
Республика Башлығы артабан эш сәфәре менән Сибай ҡалаһына юл тотоуын, унда яңы төҙөлгән медицина учреждениеһын ҡабул итәсәктәрен дә белдерҙе.
Фото: "Башинформ".