Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2022, 19:00

Йәшәү йәме - сәнғәткә һөйөүҙә

Ишмөхәмәтовтар “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсында “Ғаилә ижады” номинацияһында беренсе урын яулағайны...

Йәшәү йәме - сәнғәткә һөйөүҙә
Йәшәү йәме - сәнғәткә һөйөүҙә

"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан иғлан ителгән конкурста Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Гөлсөм Ишмөхәмәтова ла ҡатнаша.

Ул Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһендә рәссам-декоратор булып эшләй. Ире, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Рус дәүләт драма театры актеры Артур Сафа улы Ишмөхәмәтов менән Әҙилә исемле ҡыҙ һәм Ансар исемле ул тәрбиәләйҙәр.

Ҡыҙҙары Әҙилә биш-алты йәш тирәһендә Маугли булып уйнаған. Сәхнәлә үҙен бик ҡыйыу тотҡан. Улдары Ансар ҙа сәхнәлә юғалып ҡалмаған. Әле лә улар сәнғәткә ынтылышын һүндермәй.

Әйткәндәй, Ишмөхәмәтовтар “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсында “Ғаилә ижады” номинацияһында беренсе урынды яулағайны. Ғаилә “ынйы”һы - IV класс уҡыусыһы Әҙилә яҡшы уҡый, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. “Минең шәжәрәм” бәйгеһендә лә еңеп сыҡты. Хәҙер ошо быуын сылбырҙарын теҙеү уй-ниәте менән яна. Ансар әлегә бәләкәй.

Рәссам булараҡ, Гөлсөм халҡы­быҙҙың милли биҙәүестәре, мәҫә­лән, ҡашмау эшләү менән шөғөлләнә, тағы милли кейем тегергә ярата. Өҫтәүенә, ул ошо нескәлектәрҙе балаларға ла өйрәтә.

Гөлсөм Ишмөхәмәтованың тормош девизы: “Ғаиләм өсөн йәшәйем, балаларымдың бәхетле киләсәге өсөн тырышам”.

Фотолар ғаилә архивынан.

Йәшәү йәме - сәнғәткә һөйөүҙә
Йәшәү йәме - сәнғәткә һөйөүҙә
Йәшәү йәме - сәнғәткә һөйөүҙә
Йәшәү йәме - сәнғәткә һөйөүҙә
Йәшәү йәме - сәнғәткә һөйөүҙә
Йәшәү йәме - сәнғәткә һөйөүҙә
Йәшәү йәме - сәнғәткә һөйөүҙә
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: