Табипҡа мөрәжәғәт итмәгән кеше юҡтыр. Миңә лә һирәкләп булһа ла Өфө ҡалаһының 44-се поликлиникаһына барырға тура килә. Ошо дауалау учреждениеһындағы таҙалыҡты, бөхтәлекте күреп һоҡланам. Һәр ваҡыт терапевт Екатерина Николайчукка күренергә тырышам, уға сират та ҙур була.
Екатерина Игоревна 1983 йылда Өфөнөң тарихи үҙәгендә, төҙөүселәр ғаиләһендә тыуған. Өфөләге 1-се урта мәктәпте тик “бишле” билдәләренә тамамлағандан һуң Башҡортостан дәүләт медицина институтына уҡырға инә. 2009 йылда Өфөнөң 44-се поликлиникаһына участка табип-терапевы булып эшкә килә. Ошо осорҙа Өфө ғилми-тикшеренеү институты филиалының хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы бүлегендә ординатураны ла тамамлай. 2020 йылдан ошо поликлиникала 1-се терапия бүлеген етәкләй.
Екатерина Игоревна – 1-се категориялы табип. Бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Шулар араһында Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы ла бар.
Изге күңелле, ололарға асыҡ йөҙлө, илтифатлы табипҡа уңыштар теләйем.
Миңнур ҒҮМӘРОВА.