Элек-электән фельдшер-акушерлыҡ пункты ауыл кешеһе өсөн төп дауалау учреждениеһы булып һаналған, хәҙер ҙә шулай. Фельдшер эшен еңел тип әйтеү мөмкин түгел: тәүлектең ниндәй ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, сирленең өйөнә барып, укол яһау, башҡа медицина процедуралары башҡарыу талап ителә. Шуға күрә фельдшер һөнәре – ауыл ерендә иң кәрәкле һәм хөрмәтлеләрҙең береһе.
Фәриҙә Ноғоманова Белорет районының Асы ауылында 1956 йылда ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайҙары йәшләй вафат була, әсәләре һигеҙ баланы яңғыҙы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыра.
– Атайым менән әсәйемдең үҫмер сағы һуғыш йылдарына тура килә. Тирләндә ағас эшендә хеҙмәт иткән ваҡыттарында күрешеп, йәшләй генә ҡауышалар. Мин иҫ белгәндән алып атайым һаулыҡтан мандыманы, йөрәге ауыртты. Дауаханаға барған сағында йыш ҡына мине лә үҙе менән ала ине. Ул табипҡа күренеп сыҡҡансы, тышта көтөп ултырам. Шул ваҡытта, их, табип булһам, атайымды сирҙән дауалар инем, тип хыяллана торғайным, – тип иҫләй бала сағын әңгәмәсем.
Башланғыс белемде тыуған ауылында алғас, ҡыҙ Белорет мәктәп-интернатында уҡыуын дауам итә. Һигеҙенсе класты уңышлы тамамлағандан һуң, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында, Белорет медицина училищеһына уҡырға инә.
– Хәҙерге күҙлектән сығып ҡарайым да, уҡыуға бигерәк күп ваҡыт бүлгәнмен, тип уйлайым. Уҡытыусыларыбыҙ көслө, талапсан ине. Буласаҡ һөнәремдең бик яуаплы буласағын, хаталарҙы ғәфү итмәйәсәген аңлапмылыр, һәр фәнде ентекле өйрәнергә, бигерәк тә практик дәрестәрҙә иғтибарлы булырға тырыштым, – тип хәтирәләргә бирелә Фәриҙә Мөхөтдин ҡыҙы.
Училищены 1975 йылда тамамлап, йәш белгес тыуған ауылына эшкә ҡайта. Асы участка дауаханаһында фельдшер булып хеҙмәт юлын башлай. Уңған ҡыҙ бында ла һынатмай, беренсе көндән үк тырыш, ауырыуҙарға иғтибарлы булыуы менән айырылып тора.
Күп тә үтмәй, Ғәбдүк ауылы фельдшеры декрет ялына сыҡҡас, Фәриҙәне уның урынына эшкә йүнәлтәләр. Ғәбдүк – тау-урман араһында урынлашҡан төпкөл ауылдарҙың береһе. Ул эшләй башлаған йылдарҙа тимер юл да булмай. Тулғаҡ тота башлаған ҡатындарҙы 60 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Инйәр дауаханаһына килтереп еткереү мөмкин булмаған хәлдә, йәш белгестең үҙенә сабыйҙарҙы ҡабул итергә тура килә. Ауыр хәлдәге пациенттарҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалған осраҡтары бихисап фиҙакәр фельдшерҙың.
Тап Ғәбдүк ауылында ул үҙенең ғүмерлек яҙмышын осрата. Герцен исемендәге Ленинград педагогия институтын тамамлаған Рәшит Ноғоманов тыуған ауылы мәктәбендә тарих теленән уҡытып йөрөгән мәл була. Ике йәш йөрәк араһында һөйөү хисе уяна. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәс, гөрләтеп туй үткәрәләр. Ғаиләгә йәм өҫтәп улдары һәм ҡыҙҙары донъяға килә.
1986 йылда Ноғомановтар Белорет ҡалаһына күсә. Фәриҙә Мөхөтдин ҡыҙы дауахананың ашығыс ярҙам күрһәтеү бүлегенә эшкә урынлаша. Бер үк ваҡытта лаборант та була. Гел яңылыҡҡа ынтылған белгес 1993 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай.
2000 йылда тормош иптәше Рәшит Әхмәтғәле улын Асы урта белем биреү мәктәбенә директор итеп тәғәйенләгәс, ғаилә ауылға ҡайтып төпләнә. Фәриҙә Мөхөтдин ҡыҙы Асы амбулаторияһында фельдшер булып эшен дауам итә.
Тыуған ауылына ҡайтҡас, кешеләрҙең һаулығына ғына түгел, тормошона, йәшәү рәүешенә битараф булмаған, әүҙем белгесте асылар ауыл Советы депутаты итеп һайлай. Бер саҡырылыш депутаттар советы рәйесе бурысын да башҡара.
Фәриҙә Мөхөтдин ҡыҙы бөгөн дә ауылдаштарының һаулығы һағында.
Үҙ эшен яратып, яуаплылыҡ тойоп башҡара ул. Асынан тыш, Береш, Берештамаҡ, Мулдаҡай, Исҡушта ауылдары халҡына ла медицина хеҙмәте күрһәтә. Ҡала еренән айырмалы булараҡ, ауылда фельдшер – икеләтә ҙур яуаплылыҡ талап итә торған һөнәрҙәрҙең береһе. Сер түгел, бер үк ваҡытта уларға педиатр ҙа, күҙ табибы ла, хирург та булырға тура килә. Уның ҡарамағында бөтәһе 900-гә яҡын кеше, шуларҙың күпселеге – ололар, яңғыҙ йәшәүселәр. Өлкән кеше иғтибарға айырыуса мохтаж. Фәриҙә Мөхөтдин ҡыҙына йыш ҡына психолог та булырға тура килә. Ҡайһы саҡта ауырыу кешене дауаларға уколдарҙан да бигерәк бер йылы һүҙ ҙә етә.
– Пандемия – ауылда эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ҙур һынау. Сирҙе иҫкәртеү эше, вакцина яһау, ауырыуҙы ваҡытында дауалау, кәрәк саҡта кисекмәҫтән дауаханаға оҙатыу – бөтәһе лә беренсе звено медицина хеҙмәткәрҙәре иңендә. Ауырыу таралмаһын өсөн ҙур көс һалабыҙ. Халыҡ та шуны аңлаһын ине – был зәхмәттән ҡотолоу юлы бер – вакцина эшләтеү, – ти юғары категориялы белгес.
47 йыл ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә арнаған Фәриҙә Ноғоманованың фиҙакәр хеҙмәте дәүләт тарафынан да юғары баһаланған. Ул РФ һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Ә 2003 йылда уға “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Әлбиттә, тормош шатлыҡ-ҡыуаныстан ғына тормай, ауырлыҡтары ла, юғалтыу-һағыштары ла була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 45 йыл бергә татыу ғүмер кисергән тормош иптәше былтыр фажиғәле вафат була.
Балаларың, яҡындарың, яратҡан эшең булмаһа, бындай һынауҙарҙы кисереүе еңел түгел.
Ноғомановтарҙың улдары Дим ғаиләһе менән Белорет ҡалаһында төпләнгән, ул – ике ҡыҙ атаһы. Ҡыҙҙары Динә – Мәскәүҙә, уның ғаиләһендә лә ике бала үҫә. Балаларының хәстәр-иғтибарын күреп, уңыштарына һөйөнөп, хеҙмәттәштәренең, ауылдаштарының хөрмәтен тойоп йәшәй һүрәтләмә геройы.
Фәриҙә Ноғоманова – йыр-моңға бай шәхес. Хоҙай Тәғәлә унан моңло тауышты ла йәлләмәгән. Һәләтле ханым Асы ауылы мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамбленең алмаштырғыһыҙ ағзаһы. Халыҡ йырҙарын да, эстрада йырҙарын да берҙәй оҫта башҡарыусы булараҡ та күптәргә билдәле. “Юлдаш йыры-2011” телевизион йыр конкурсы лауреаты, “Оҙон көй” район конкурсы һәм әллә күпме башҡа ижади бәйгеләр еңеүсеһе лә ул. Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә арналған “Онотолор тимә” төбәк-ара конкурсында ла махсус приз менән бүләкләнгән.
“Бөгөнгө ҡаҙаныштарым өсөн иң беренсе рәхмәт һүҙҙәрен, мөмкин булһа, атай-әсәйемә еткерер инем. Беҙгә бик дөрөҫ тәрбиә биреп үҫтерҙеләр. Унан килә туғандарыма, дуҫтарыма, һабаҡташтарыма бурыслымын, улар менән әле лә бәйләнеште өҙмәйем. Миңә белем биргән уҡытыусыларыма ҙур рәхмәт. 66 йыл ғүмерем бушҡа йәшәлмәгән, шуныһы ҡыуаныслы. Яратҡан һөнәрем арҡылы кешеләргә ярҙам итә алыуыма, йырҙарым менән шатлыҡ өләшеүемә сикһеҙ шатмын”, – ти Фәриҙә Ноғоманова.
Римма СОЛТАНОВА.