Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 19:30

Бәхил булығыҙ, Урал Ғәзиз улы...

Бик ауыр хәбәр килде: арҙаҡлы милләттәшебеҙ, билдәле архитектор Урал Ураҡсин вафат.

Бәхил булығыҙ, Урал Ғәзиз улы...
Бәхил булығыҙ, Урал Ғәзиз улы...

Бик ауыр хәбәр килде: арҙаҡлы милләттәшебеҙ, билдәле архитектор Урал Ураҡсин вафат...

Хәбәр ителеүенсә, мәрхүм менән бәхилләшеү иртәгә, 8 мартта, иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостандың Архитекторҙар йортонда була. Адресы: Өфө ҡалаһы, Пархоменко урамы, 101/1.

Беҙ, "Башҡортостан" гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре, Урал Ғәзиз улының яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Милләттәшебеҙҙең йәне йәннәттә булһын!

Белешмә:

Урал Ғәзиз улы Ураҡсин 1951 йылдың 25 авгусында РСФСР-ҙың Чкалов өлкәһе Төйлөгән районы Мәҡсүт ауылында (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Дәүләтҡол ауылы составында) ишле ғаиләлә тыуған. Ғалим, академик, яҙыусы Зиннур Ураҡсиндың ҡустыһы.

Өфөләге хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлағас, Мәскәү архитектура институтына уҡырға инә. 1974 йылда уны уңышлы тамамлап, Сибай ҡалаһының баш архитекторы булып эшләй башлай.

1994 — 2000 йылдарҙа - Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары.

2000 йылдан - Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.

2013 йылдан - "Башкиргражданпроект" институты генераль директоры кәңәшсеһе.

2003 — 2015 йылдарҙа - Башҡортостандың Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе.

Билдәле булыуынса, ҡатыны, шағирә, уҡытыусы Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсина 2015 йылда вафат булғайны.

Фото: archiv.nop.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: