Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова баш итенән рулет әҙерләү сере менән уртаҡлаша.
“Баш итен оҙаҡ итеп бешерҙем, шунан матур итеп ҡатлап һалдым, һәр ҡатҡа, йәғни һәр береһенең өҫтөнә ҡара борос, һарымһаҡ һөртөп ышҡыным, тығыҙ итеп төрөп, өҫтөнә ауыр әйбер һалып, бер аҙ өйҙә тоттом, шунан һыуыҡ урынға ҡуйҙым. Баш итенән әллә күпме деликатес эшләп була. Тәмле лә, файҙалы ла”, – ти уңған хужабикә.
Әйткәндәй, элек башҡорттарҙа баш ите бик ҡәҙерле булған һәм абруйлы ҡунаҡтарға тәҡдим ителгән.
К. ИШБУЛДИНА.
Баймаҡ районы.